Профессиональ белем биреүҙе мәғариф системаһы иңенә генә һалыу дөрөҫ түгел 11.04.2015

Был эшкә предприятиелар, ойошмалар ҙа ҡушылырға тейеш. Сөнки юғары квалификациялы, яҡшы белемле кадрҙар тәрбиәләү эш биреүсе өсөн дә отошло. Уңышлы эшмәкәрлектең миҫалдары ла бар. Салауатта урта һәм юғары белем биреү йорттары ҡаланың төп предприятиеһы менән тығыҙ бәйләнештә эшләй. Уның һөҙөмтәләре менән Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтайҙың Мәғариф, мәҙәниәт, спорт һәм йәштәр сәйәсәте буйынса комитет ағзалары танышты.

Салауаттың индустриаль колледжында белем алыусы студенттар әленән үк үҙҙәрен ҙур станоктар, ҡулайламалар операторы итеп тоя ала. Һәм бының өсөн егеттәргә заводҡа барып йөрөргә кәрәкмәй, кабинетта бөтә шарттар ҙа бар. Был уҡытыу процесын тағы ла йәнләндереп ебәрә. «Технологик процестарҙы автоматлаштырыу» һөнәрен үҙләштереүсе Маратҡа мәҫәлән, мөмкинлек бик оҡшай.  
Компьютерҙағы виртуаль тренажер  тулыһынса Салауаттың нефть химияһы комплексы ҡулайламаларын ҡабатлай. Заводта практика үткәндә егеттәр уларҙы яҡындан күрә, тик әлегә егеттәрҙе уларға яҡын ебәрмәйҙәр. Ә виртуаль машиналарҙа шөғөлләнеү студенттарҙың белемен камиллаштыра ғына. Сөнки колледжды тамалаусылар башлыса Салауат нефть химияһы комплексына эшкә бара.
Быны иҫәпкә алып, предприятие ла белем биреү процесынан ситтә ҡалмай. Завод белгестәре диплом эштәрен етәкләй, баһалама комиссияһында ҡатнаша. Шулай уҡ предприятие колледжға аҡсалата ярҙам күрһәтә. Бынан тыш, белем усағы 2007 йылда «Мәғариф» милли проекты сиктәрендә грант яулай.
Был ысул ярҙамында шулай уҡ электр сымдарының изоляцияһын, ҡоролмалар торошон тикшереп була. Уҡыуҙа заманса техника ҡулланыу белем усағы өсөн ҙур мәртәбә. Әйтеп үтелгәнсә, колледж Салауаттың нефть химияһы комплексын кадрҙар менән тәьмин итеүҙе маҡсат итеп ҡуя. Бынан тыш, Өфө дәүләт нефть техник университетының Салауат ҡалаһы филиалы ла ошо уҡ юҫыҡта эшләй. Тәжрибәне Башҡортостандың башҡа төбәктәрендә лә ҡулланыу мәсьәләһе Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтайҙың Мәғариф, мәҙәниәт, спорт һәм йәштәр сәйәсәте буйынса комитеты ултырышында ла тикшерелде.
Сарала шулай йәштәрҙе һөнәр һайлауға әҙерләүҙе сығарылыш синыфтарында ғына түгел, мөмкин тиклем иртәрәк башларға кәрәклеге тураһында ла билдәләнде. Был эштән ата-әсәләр ҙә ситтә ҡалырға тейеш түгел, әлбиттә. Белгестәр уларҙы баланың нимәгә әүәҫ булыуын, ҡыҙыҡһыныуҙарынан сығып эш итергә саҡыра. Шулай уҡ хеҙмәт  баҙарын күҙәтеп барыу ҙа урынлы, ти улар. Уҡыу йорттарына килгәндә, предприятиелар менән тығыҙ бәйләнештә булғандарын һайлау киләсәктә эш урыны табыу мөмкинлеген тағы ла арттыра.
Илфат Кинйәбаев

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика