Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты бер юлы ике грантҡа эйә булды 22.08.2016

Юғары уҡыу йорто төбәктәрҙә  һәм сит илдәрҙә рус телен өйрәтеүҙе үҫтереүҙә терәк уҡыу йорто булараҡ сығыш яһай. Федераль маҡсатлы программа буйынса  гранттар – «Рус телендә асыҡ белем биреү  һәм рус телендә уҡытыу», «Донъяның рус теле илселәре» программалары буйынса яҡланған. Илленән ашыу проект араһында еңеү яңы халыҡ-ара проекттарҙы ла тормошҡа ашырырға ярҙам итә.

М.Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты илебеҙҙең терәк гуманитар уҡыу йортона әүерелгән. Был бөтә Рәсәй вебинарында билдәле була. 90 юғары уҡыу йортоноң бишәүһе генә бындай юғары статусҡа эйә. Педагогия университетында телде өйрәнеүсе ирекмәндәр мәктәбе лә уңышлы эшләй.
Гөлнара Кудинова, М. Аҡмулла исмендәге башҡорт дәүләт педагогия университетының рус телен үҫтереү үҙәге директоры: «Беҙ тәүгә федераль маҡсатлы программа буйынса грант яуланыҡ. Рус телен үҫтерәсәк был программа биш йылға иҫәпләнгән. Ошоға тиклем бындай күләмле сараларҙа беҙҙең юғары уҡыу йорттары ҡатнашманы. Хәҙер беҙ әүҙем буласаҡбыҙ, был сараға барлыҡ мәғариф учреждениелары йәлеп ителәсәк».

Загрузка видео...
Комментарии
Загрузка

Возврат к списку


Яндекс.Метрика