Максим Горький исемендәге Әҙәбиәт институтында башҡорт төркөмө буласаҡ

Максим Горький исемендәге Әҙәбиәт институтында башҡорт төркөмө буласаҡ 27.05.2017

Бөгөн Әхмәт-Зәки Вәлиди исемендәге исемендәге Милли китапханала Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәримдең 100 йыллығына арналған нәфис әҙәбиәт тәржемәселәре еңеүселәре бүләкләнде. 70 ҡатнашыусы араһында финалға сыҡҡан йәш ижадсыларға Әҙәбиәт институтына инеү хоҡуғы бирелде.

Ун беренсе синыф уҡыусыһы Салауат Зәйнетдиновҡа башҡортсанан рус теленә тәржемә итеү артыҡ ҡыйынлыҡ тыуҙырмай. Әҙәбиәткә ғашиҡ үҫмер киләсәк һөнәрен дә ошо йүнәлештә һайламаҡсы. Шуға ла тәржемәселәр конкурсында үҙ көсөн һынап ҡарарға була. Тәүге турҙы уңышлы үткәс, миңә, сығарылыш синыф уҡыусыһына был ҙур мөмкинлек тип уйланым, ти Салауат.
Мәктәп йылдарынан уҡ «Йәншишмә» гәзите, «Аманат» журналдары менән тығыҙ хеҙмәттәшлек иткән Лилиә Ҡаһарманова тәржемә эше менән бер йыл элек шөғөлләнә башлай. Студент үҙенең тәүге ижади эштәрен ебәрһә лә, финалға сығырмын, тип уйламай.
Әйтергә кәрәк, былтыр иғлан ителгән конкурста республика район-ҡалаларынан 70-ләп кеше ҡатнаша. Финалға үткән йәш ижадсыларға Әҙәбиәт институтына уҡырға инеү мөмкинлеге бирелде. Сентябрҙә башҡорт төркөмө асылһа, конкурста еңгән 5 абитуриент йүнәлтмә буйынса уҡырға юлланасаҡ.
Алексей Варламов, М. Горький исемендәге әҙәбиәт институты ректоры: «Беҙ башҡорт теленең әһәмиәтен, ошо телдә ижад итеүселәрҙең әҫәрҙәрен башҡа телдәргә тәржемә итеү кәрәклеген яҡшы аңлайбыҙ. Шуға ла нәфис әҙәбиәтте тәржемә итеүселәр төркөмөн асырға тигән ҡарарға килдек».
Буласаҡ студенттарҙы Мостай Кәрим исемендәге фонд директоры Әлфиә Кәримова, фондты ойоштороусы Тимербулат Кәримов  ҡотланы. Сараны ойоштороуҙа бөйөк әҙиптең ижадын мәңгеләштереү буйынса дәүләт комиссия ағзалары ла әүҙем ҡатнашты.
Ижади бәйге Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәримдең  йөҙ йыллығына арналған сараларҙың береһе. Әйткәндәй, еңеүселәрҙе бүләкләү тантанаһы урыны тип милли китапхана юҡҡа һайланмаған. Бөгөн китапханасылар һөнәри байрамын билдәләй. Ә буласаҡ тел белгестәренә мөмкинлекте дөрөҫ файҙаланыуҙарын теләргә ҡала.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика