Мөғжизәле мотор 16.05.2017

Өфө дәүләт авиация техник университеты студенттары һәм аспиранттары бер литр яғыулыҡта 500 саҡырым юл үтерлек двигатель уйлап сығарған. Йәштәр уның нигеҙендә болид, йәғни һынау өсөн машина эшләгән. Университет вәкилдәре Британияның баш ҡалаһы Лондонда үтәсәк «Шелл эко марафон» фестиваплендә ҡатнашырға ниәтләй.

«УГАТУ рейсинг тим», йәғни Өфө дәүләт  авиация техник университетының ярыш командаһы бер нисә ай инде тәжрибә лабораторияһынан сығышмай. Йәштәр яңы двигатель  өҫтөндә эшләй. Уның үҙенсәлектәре әле эшләп килгәндәрҙән шаҡтай айырыла.
Тимур Шәймәрҙәнов, двигатель конструкторы, ӨДАТУ студенты: «Двигателде камиллаштырыу буйынса бер ай самаһы эш дауам итте. Үҙгәртелгәндән һуң беҙҙең двигатель спиртта эшләй. Ғәҙәти машина бер литр яғыулыҡта 50 саҡырым юл үтһә, беҙҙең болид 500 километр үтергә тейеш».
Яңы двигатель нигеҙендә йәштәр автомобиль моделен дә эшләгән. Әлбиттә, машина формула 1 өлгөләренән ҡалыша. Шулай ҙа уның төп үҙенсәлеге тиҙлек түгел, ә яғыулыҡты аҙ сарыф итеү. Лондонда үтәсәк конкурстың маҡсаты ла команда ағзаларының эш һөҙөмтәһенә ауаздаш, еңеү яуларға өмөт бар, ти  инженерҙар.
Проектты ғәмәлгә ашырыуға 500 мең самаһы аҡса талап ителә.  Студенттар уның   200 меңен   үҙ мөмкинлектәре иҫәбенә ҡаплаған, уҡыу йорто ла бер ни тиклем финанс  ярҙам күрһәткән. Әммә әле команданың Британияға сәфәре өсөн юл сығымдарына түләргә кәрәк. Йәштәр интернет селтәре аша аҡса йыйыу ойошторған.
Наталья Романова, команда ағзаһы, өдату студенты: «Әле беҙ интернет селтәрендәге краундфандинг майҙасығында аҡса йыйыуҙы ойошторҙоҡ. Команданың Лондонға сәфәрен ойоштороу өсөн 200 мең һум самаһы аҡса талап ителә. Проект менән ҡыҙыҡһыныусылар битараф ҡалмаҫ, ярҙам ҡулы һуҙыр тип өмөтләнәбеҙ».
Команда ағзаларының тәүге уңышы электр көсө менән эшләүсе мотоцикл лабораторияла һаҡлана.Уның менән егеттәр Испанияның Барселона ҡалаһында үткән ярышта икенсе урын яулаған.
Был ҡаҙаныш  команда өсөн яҡшы күрһәткес тигән фекерҙә йәш уйлап табыусылар. Европаның иң көслө уҡыу йорттарында белем алыусы тиҫтерҙәре менән көс һынашып ҡарарға форсат булған. Шуға ла  Лондонда үтәсәк ярашҡа команда ҙур өмөт бағлай.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика