Мәктәпкәсә йәштәге балаларға экологик белем биреү аша социо-мәҙәни ҡиммәттәр тәрбиәләү

Мәктәпкәсә йәштәге балаларға экологик белем биреү аша социо-мәҙәни  ҡиммәттәр тәрбиәләү 04.09.2015

Ошондай тема аҫтында Хәйбулла районында республика кимәлендә фәнни-ғәмәли конферернция үтте. Унда республиканың төрлө төбәктәренән йыйылған балалар баҡсалары хеҙмәткәрҙәре, мәғариф министрлығы вәкилдәре һәм урындағы хакимиәт етәкселәре ҡатнашы.  

Дилара Әғлиуллина Әбеш ауылы балалар баҡсаһы мөдире. Ижади оҫтахана сиктәрендәге күргәҙмәгә Тыуған яҡтың хайуандар донъяһы тураһында материалдар әҙерләгән. Йәш белгес әйтеүенсә, ғөмүмән, күргәҙмәлә күрһәтелгән бөтә әйберҙәр ҙә балалар менән эшләүҙә әүҙем ҡулланыла. Тыуған яҡтың тереклек донъяһына, милли йолаларына, ғөрөф ғәҙәттәренә иғтибар үҫтереү, төп маҡсаттарҙың береһе, ти ул.
Иләҫ ауылының Ҡарлуғас балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе Хәлиҙә Юлдашбаева күргәҙмәгә һарыҡ йөнөнән эшләнгән үҙенсәлекле балаҫ алып килгән. Кескәйҙәр менән эшләүҙә бындай балаҫты ҡулланыу беренсенән башҡорт халҡының ғөрөф ғәҙәттәренә ҡыҙыҡһыныу уятһа, икенсе яҡтан физик күнегеүҙәр өсөн ябай ҙа, файҙалы ла ҡулланма булып тора.
Дөйөм алғанда, конференцияның тантаналы өлөшө Аҡъяр ауылының мәҫәниәт паркында үтте. Хәйбуллалар конференция ҡунаҡтарын ғәҙәттәгесә дәртле йыр-бейеүҙәр менән сәләмләне. Аҡъярҙың балалар ижады йорто тәрбиәләнеүселәре үҙ бейеүҙәрендә райондың төрлө тармаҡтарын сағылдырыусы күренештәр сәхнәлләштерҙе.
Хәйбулла районының мәктәпкәсә белем биреү ойошмаларының инновацион, методик эшмәкәрлеге менән танышҡандан һуң, конференцияла ҡатнашыусылар дискуссия майҙансыҡтарының эшендә ҡатнашты. Уларҙың барышында «Этно мәҙәниәт менән үҙ-ара эшмәкәрлек факторы булараҡ ижтимағи мөхит», Милли мәҫәниәттең мәктәпкәсә йәштәге балалар үҫешенә йоғонтоһо, Балалар ижадында кесе тыуған ил символының сағылышы һәм Экологик һәм крайҙы өйрәнеү аша сәләмәт тормош рәүешен аңлау кеүек темалар ҡаралды. Конференция сиктәрендә уның ҡатнашыусылары шулай уҡ Аҡъярҙың мәктәпкәсә белем биреү учреждениеларында ла булды. Бөгөнгө көндә районда ике баланы рухи үҫтереү үҙәге һәм 2013-се йылда сафҡа ингән 240 урынлыҡ балалар баҡсаһы эшләп килә.
Сараның пленар өлөшө Бүребай ауылы мәктәбендә дауам итте. Уның барышында билдәләүенсә, балаларҙы экологик белем биреү аша тәрбиәләү районда әле генә башланған эш түгел. Был йүнәлештә уңышлы эшләп килгән эксперементаль майҙансыҡтар ҙа бар. Бер һүҙ менән әйткәндә, был йәһәттән хәйбуллаларҙың уртаҡлашыр тәжрибәһе лә, һөҙөмтәләре лә етерлек.

Загрузка видео...
Комментарии
Загрузка

Возврат к списку


Яндекс.Метрика