Мәктәп ашханалары ҡиммәтләнә

Мәктәп ашханалары  ҡиммәтләнә 23.10.2014

1-се октябрҙән туҡланыу өсөн хаҡ балаларҙың йәше буйынса билдәләнә башланы. Хәҙер башланғыс синыф уҡыусылары иртәнге һәм төшкө аш өсөн 100, өлкәнерәктәр  110 һум түләргә тейеш. Элек бар синыфтар өсөн дә туҡланыу яҡынса 70 һумға төшә ине. Әммә ата-әсәләр хаҡтар менән бергә сифат артмауға зарлана.  Бөгөн  Өфө ҡалаһы хакимиәтендә  белем усаҡтарында ашатыуҙы  яҡшыртыуға арналған түңәрәк өҫтәл үтте.

Берәүҙәр ҡәнәғәт, икенселәре юҡ, өсөнсөләре  иһә бөтөнләй ашарға йөрөмәй.  Мәктәп ашханаһына ҡараштар һәр ваҡыт   айырыла,  әммә дәғүәләр быйыл  айырыуса  ҡәтғи. Сөнки  туҡланыу хаҡы үҙгәрә, хәҙер бер  уҡыусы өсөн айына  2 меңдән ашыу түләргә тура килә, ике   балаң уҡый икән тимәк, 4   мең һумыңды сығарып һалырға тейешһең.  Туйып ҡайтһалар бер хәл, ә тәрилкәһе шул килеш ултырып ҡалһа елгә осҡан аҡса йәл.  Депутат Эльвира Айытҡолова әйтеүенсә,  күп осраҡта уҡыусыларҙың мәктәптә ашарға теләмәүе дөрөҫ туҡланыуға өйрәнмәүенә бәйле.
Шулай уҡ күп ата-әсәләр ризыҡтың һыуыған килеш таратылыуына зарлана, ә йылытылмаған аҙыҡтың тәмһеҙ булыуы тәбиғи.  Белгестәрҙең был һорауға яуабы әҙер - тәнәфестәр бик ҡыҫҡа, 15 минут эсендә  ашты ҡайнар   көйө  генә һалып, таратып, ашатып өлгөрөүе мөмкин түгел.   Әле термоарбалар ҡулланыла башлаған, тик был бер-ике белем усағында ғына.   Дәғүәләр  булыуға ҡарамаҫтан, статистика мәғлүмәттәре мәктәп ашханаһында туҡланған балаларҙың күбәйеүен  иҫбатлай.  Быйыл етем, күп балалы, аҙ тәьмин ителгән  ғаиләләргә туҡланыу өсөн көндәлек дотация ла артҡан,  24-тән 30 һумғаса.  Шулай уҡ ҡала бюджетынан көн һайын һәр уҡыусыға ла  туҡланыу өсөн субсидия бүленә.
Әле Өфө уҡыусыларын өс туҡландырыу комбинаты ашата. Ҡулланыусылар хоҡуҡтарын күҙәтеү идаралығы белгестәре әйтеүенсә, йыл һайын  мәктәп ашханаларына ҡәнәғәтһеҙлек белдереп өс-дүрт ғариза ҡабул ителә. Ата-әсәләр белем усаҡтарында  баланың ашҡаҙаны боҙола тип иҫәпләй. Ә туҡландырыуға хаҡтар күтәрелеүен күптәр тәбиғи тип иҫәпләй, аҙыҡ-түлек  ҡиммәтлән бит. Иң мөһиме сифат булһын.   Комбинаттар иһә  дәғүә менән риза түгел, менюлар бар талаптарҙы иҫәпкә алып төҙөлә, Уҡыусы көнгә етерлек калорийҙар алырға тейеш.Заралы тәмләткестәр ҡушылмаған  файҙалы ризыҡты  тәмһеҙ тип әйтеү дөрөү түгел  
Түләү системаһында ла  яңылыҡтар бар. Элек ата-әсәләр туҡланыу өсөн аҡсаны банкка барып күсерһә, хәҙер белем усаҡтарында ошондай терминалдар ҡуйылған.  Шәхси кабинетҡа инеп бурыс күләменә белергә, баланың  махсус номерына аҡса   индерергә мөмкин.  Туҡланыу картаһы тулыландырылмаған осраҡта уҡыусыны ашатыу туҡтатыла.
Өфөнөң 93-се гимназияһы алтын урталыҡты оҙаҡ эҙләй. Белем усағы сифатлы һәм файҙалы  ризыҡ әҙерләү проблемаһын  дауалау һәм профилактик туҡландырыу үҙәге ярҙамында хәл итә. Бында  йәшелсә-емеш, һөт ризыҡтарына өҫөтөнлөк бирелә. Менюны  табиптар төҙөй.
Уҡыусылар ҙа, ашнаҡсылар  ҡәнәғәт. Ҡыҙғанысҡа,  бындай бәхет бөтә мәктәптәргә лә тәтемәй.  Байтаҡ ата-әсәләр балаларының мәктәптә ашарға теләмәүенә, көнө буйы ас йөрөүенә зарлана.  Ә белгестәр   аҙ тәьмин ителгән ғаиләләрҙә тәрбиәләнеүсе бар  уҡыусыларға ла  бушлай йылы аш ойоштороу, шәмбе көнө лә туҡландырыу мөмкинлеге булдырыу хаҡында баш вата.  Сөнки бала көн оҙоно ас йөрөргә тейеш түгел, юғиһә, сибек, ауырыу быуын үҫеп сығыуы бар.
Рәмзиә Кәримова

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку