«Киләсәкте асып»

«Киләсәкте асып» 29.08.2014

Ҡырмыҫҡалы районында урынлашҡан «Виктория» лагерында ЮНЕСКО мәктәптәренең республика слеты уҙҙы. Башҡортостанда беренсе тапҡыр ойошторолған форумда мәктәп уҡыусылары экскурсияға сығып, районды үҫтереү буйынса проекттар төҙөнө.  

Күлдә балыҡ үрсетеү, турбазалар асыу, мәктәптәрҙе төҙөкләндереү һәм башҡалар. ЮНЕСКО мәктәптәре уҡыусылары төркөмөндә ҡыҙыу бәхәс бара. Үҫмерҙәр үҙҙәренең идеяһын тәҡдим итә. Райондың картаһын, климат үҙенсәлектәрен һәм инфраструктураһын ентекләп өйрәнә. Малайҙар һәм ҡыҙҙар «Әгәр ҙә мин Ҡырмыҫҡалы районы башлығы булһам» темаһына проект әҙерләй. Улар төрлө өлкәләгә ҡарай: экология, мәҙәниәт, тыуған яҡты өйрәнеү һәм журналистика. Слетта республика ЮНЕСКО мәктәптәренән 150 үҫмер ҡатнаша. Мәктәп директорҙары, студенттар һәм ЮНЕСКО белгестәре лә улар менән бергә.
Людмила Богуславская, ЮНЕСКО эштәре буйынса Башҡортостан комитетының баш белгесе: «Башҡортостанда ЮНЕСКО-ның 24 мәктәбе эшләй. Уларҙың барыһы ла Париждан бирелгән махсус сертификатлы. ЮНЕСКОның 100-ҙән ашыу махсус төркөмө һәм өс кафедраһы асылған. Уларҙы берләштереү өсөн беҙ осрашып торорға тейеш. Слет тап ошо маҡсаттан сығып уҙғарыла».
 Слеттың программаһы ла бай булды. Үҫмерҙәр түңәрәк өҫтәл һәм конференцияларҙа ҡатнашты. Байрам хөрмәтенә миләш аллеяһын ултыртты. Элек бында «Ғилем» лагеры урынлашҡан. Ул 1963 йылда асыла. Тәүге миләштәр шул ваҡытта ултыртыла ла инде. Ә «Виктория» лагеры 2008 йылда эшләй башлай. Былтыр аллеяны дауам итеп 10 миләш үҫентеһе ултыртыла. Быйыл аллеяға ЮНЕСКО исеме бирелде һәм слет уңайынан 3 миләш үҫентеһе ултыртылды. Аллея киләсәктә тарихи иҫтәлек буласаҡ, тигән фекерҙә ойоштороусылар. Аймара Рәхимова

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку