Ишембайҙың «бәләкәй йондоҙҙары»

Ишембайҙың «бәләкәй йондоҙҙары» 19.03.2016

Әхмәр урта мәктәбендә 87 бала уҡый. Ҡыҙҙар-малайҙар дәрестәрҙән тыш, төрлө түңәрәктәрҙә лә әүҙем шөғөлләнә. Белем усағында «Сатҡылар» бейеү ансамбле һәм оҫта шашкасылар уңышлы эшләп килә.

«Байыҡ» республика балалар бейеү конкурсының 2014 йылдағы һайлап алыу турында Ишембай районынан «Сатҡылар» ансамбле уңышлы сығыш яһай. Йәш коллектив сираттағы турға үтмәһә лә, жюри ағзалары Әхмәр урта мәктәбе уҡыусыларын маҡтап телгә ала. Үҫмерҙәрҙә бейеүгә һөйөүҙе Фәнил Аҡназаров уята. «Сатҡылар» ансамбле  район-ҡала кимәлендә ойошторолған бер генә саранан да ситтә ҡалмай. Уҡыусылар башлыса халыҡ бейеүҙәренә өҫтөнләк бирә. Шул уҡ ваҡытта заманса йүнәлештәр менән дә ҡыҙыҡһыналар. Хәрәкәттәр шыма булһын өсөн репетициялар көн һайын уҙа. Ҡыҙҙарҙың күбеһе киләсәген сәнғәт менән бәйләргә уйлай.
Бейеү түңәрәгенән тыш, белем усағында шашка түңәрәге лә уңышлы эшләп килә. Малай-ҡыҙҙар район-ҡала кимәлендә үткән күп кенә турнирҙарҙа еңеүҙәргә өлгәшкән. Әйтәйек, 1-се синыф уҡыусыһы Искәндәр Таһиров тиҙҙән Ярославлгә Рәсәй кимәлендә уҙғарылған спартакиадаға  юлланасаҡ. Был уйынға уны олатаһы ылыҡтырған.
Әхмәр урта мәктәбендә ойошторолған тиҫтәгә яҡын түңәрәк араһында ағасты семәрләп биҙәү ҙә бар. Уҡыусылар, мәҫәлән,  былтыр Ишембайҙың 75 йыллығына 200-гә яҡын сувенир-шкатулкалар әҙерләгән. Әле яңы моделдәр өҫтөндә эш бара. Бынан тыш, белем усағында ай һайын махсус күргәҙмәләр үтә. Унда балалар үҙҙәренең иң яҡшы ҡул эштәре менән таныштыра.
Тырыштар һәм уңғандар фольклор менән дә ҡыҙыҡһына. Йыр түңәрәгендә лә әүҙем шөғөлләнәләр. Ауыл мәҙәниәт йорто сәхнәһендә сығыш яһап та, улар үҙҙәренең оҫталығын, ҡыйыулығын арттыра. Яңынан-яңы еңеүҙәргә ынтыла.

Загрузка видео...
Комментарии
Загрузка

Возврат к списку


Яндекс.Метрика