Интернет селтәрендә, Рәсәй халыҡтары телдәрендә донъя күргән ирекле энциклопедиялар араһында иң яҡшыһы тип танылған башҡорт википедияһына 10 йыл 25.04.2015

Ошо уңайҙан бөгөн Башҡорт дәүләт университетында халыҡ-ара ғилми-ғәмәли конференция үтте.

Мәскәүҙә йәшәүсе яҡташыбыҙ, веб-дизайнер Илдар Кинйәбулатов Башҡорт википедияһы ирекмәне.  Ул популяр энциклопедия өсөн башҡорт халҡы, Башҡортостан тураһында мәҡәләләр яҙырға өлгөрә.  Шулай ҙа егеттең үҙалдына билдәләгән төп маҡсаты глобаль селтәрҙә башҡорт теленең йәшәүен тәьмин итеү. Виртуаль донъяла веб-дизайнер  тирәләй беҙҙең интернет йәмәғәтселек туплана.  Күмәк көс менән башҡортса терминдар базаһы, интернет китапхана булдырыла,  «Бәйләнештә» сайты, скайп тәржемә ителә.  
Интернетты  айырым халыҡтарҙың үҫеш кимәлен сағылдырыусы лакмус ҡағыҙы, тип атарға мөмкин. Глобаль селтәрҙә теге йәки был тел бар икән, тимәк, ошо телдә һөйләшеүсе халыҡ та йәшәй, уларҙың киләсәге өмөтлө, тигән урынлы ҡараш нығынған.  Бөгөн Википедия донъяның 288 телендә донъя күрә. Шулар араһында башҡорт ресурсының   лайыҡлы урын алып тороуы, Рәсәйҙең бәләкәй халыҡтарына миҫал булыуы ҡыуаныслы.
Башҡорт википедияһында бөгөн 30 меңдән ашыу мәҡәлә урынлаштырылған. Был бер төркөм ирекмәндәрҙең 10 йыллыҡ хеҙмәт емеше.  Милли википедияның тәүге юбилейы   Башҡорт дәүләт университетында Викиһабантуй тип нарыҡланҡан ғилми-ғәмәли конференция сиктәрендә билдәләнде.
Башҡортостан,  Рәсәй төбәктәре һәм сит илдәрҙән килгән ҡунаҡтар тап милли интернет-ресурстар,  Википедияның төбәк проекттары, уларҙың әһәмиәте тураһында һөйләне. Тәжрибәһеҙ авторҙарға ирекле энциклопедияны тултырыу ҡағиҙәләрен өйрәтте.
Викиһабантуйҙы ойоштороусылар Өфөлә махсус конференция уҙғарыу,  халыҡ-ара интернет-проектҡа яңы башҡорт  авторҙарын йәлеп итеү йәһәтенән файҙалы булыр тигән ышаныста ҡала.  Интернеттағы иң халыҡсан ресурста башҡорт теленең йәшәүе, был сегменттың үҫеше, мәҡәләләрҙең күләме һәм күплеге, махсус программа, мөмкинлектәргә генә түгел, ошо материалдарҙы ҡулланыусыларҙың булыу-булмауына, йәғни тотош  башҡорт йәмәғәтселегенең  әүҙемлегенә лә ҡайтып ҡала.  
Зөлфиә Рәхмәтуллина

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика