Фәндәге асыштарҙы ғәмәлгә индереү мотлаҡ

Фәндәге асыштарҙы ғәмәлгә индереү мотлаҡ 18.02.2016

Был турала бөгөн Республика башлығы фәнде үҫтереүгә арналған ултырышта белдерҙе. Осрашыуҙа шулай уҡ Башҡорт дәүләт университеты базаһында технополис, төрлө йүнәлештәге ғилми учреждениеларҙы берләштергән  ҡеүәтле үҙәк төҙөү хаҡында ла  һүҙ барҙы.

Өфө биохимиктарының асышы  йәшелсәселәр өсөн оло бүләк. Ғалимдар уйлап тапҡан шыйыҡса  колорадо ҡуңыҙының ҡан дошманы булыр тип көтөлә. Яңы төр бактерия ҡоротҡостарҙы  ауырыуға һабыштыра һәм эстән ашай. Әлегә тиклем ҡуңыҙҙарҙан сүпләп йәки ағыу һибеп кенә ҡотолоп була ине. Биологик ҡорал ике йыллыҡ тикшереүҙәр һөҙөмтәһендә әҙерләнгән.
Игорь Максимов, биохимия һәм генетика институтының лаборатория мөдире:  «Бактериялар үҫентеләрҙең үҙәгенә  үк үтеп инә һәм уны эстән һаҡлайҙар. Улар бөжәктәргә генә түгел, башҡа ауырыуҙарға ла кәртә булып тора. Антибиотиктарҙың файҙалы микроорганизмдары   зарарһыҙ, ә бына ҡоротҡостарға улар һәләкәтле тәьҫир итә. Хатта, бәләкәй кимереүселәр ҙә был үҫентеләрҙе урап үтәсәк».
Хәҙер был бактерияларҙың кеше организмына тәьҫирен, тирә-яҡ мөхиткә йоғонтоһон  өйрәнеү мотлаҡ, ғилми тикшеренеүҙәр ябыҡ участкаларҙа алып барыласаҡ. Һөҙөмтәләр ыңғай булһа биологик ҡорал һатып алыусыларға тәҡдим ителәсәк..
Башҡортостан ғалимдарының ил, донъя кимәленә сығарырлыҡ ошондай асыштары  бихисап. Әммә бөгөн ғилми ҡаҙаныштарҙың күбеһе лаборатория стеналары эсендә генә бикләнеп ҡала, киң  ҡулланышҡа индерелмәй. Ултырышта билдәләнеүенсә, был фән менән предприятиелар араһында  тығыҙ  хеҙмәттәшлек, бәйләнеш юҡлыҡтан килә. Һәр кем үҙ ҡаҙанында ҡайнай. Ә бушлыҡты сит илдәрҙән индерелгән продукция тултыра.
Республика  башлығы белдереүенсә, фән менән  етештереү өлкәһе араһындағы юғалған бәйләнештәрҙе технополис төҙөп нығытырға мөмкин. Был тәңгәлдә эш башланған, яңы комплекс Башҡорт дәүләт университеты базаһында барлыҡҡа киләсәк. Технополис өсөн 40 мең квадрат метр майҙанда төҙөкләндереү эштәре башланған.
Киләсәктә  Өфө дәүләт нефть техник университеты ла был  алымды ҡулланырға ниәтләй. Шулай уҡ әле  Рәсәй Фәндәр академияһының  Өфө ғилми үҙәгендә лә үҙгәртеп ҡороуҙар бара, бында  төрлө йүнәлештәге фәнни учреждениеларҙы берләштергән федераль   үҙәк төҙөү күҙаллана.  Башҡортостан фәндәр академияһы  ла  фәнде үҫтереү буйынса үҙ концепцияһын әҙерләй. Төп маҡсат булып конкурентлыҡ һәләтен арттырыу, предприятиелар менән бәйлнештәрҙе нығытыу тора.
Бөгөн власть етештереүселәрҙе фәнгә йөҙ менән боролдороу өсөн барыһын да эшләй, әммә ғалимдарҙың үҙҙәренән дә әүҙемлек талап ителә. Сөнки ҡайһы бер үҙәктәр  әленән-әле асыштары, яңы эш алымдары менән һөйөндөрһә, икенселәре  бөтөнләй ситтә тороп ҡала.  Ултырышта бындай  фәнни үҙәктәрҙе   үҙгәртеп ҡороу, оптимәлләштереү бурысы ҡуйылды. Ә бына  уңышлы эшләүселәрҙе  дәртләндереү саралары ҡаралырға тейеш.
Бөгөн  фән буйынса үткән ултырыш тәүгеһе,  килсәктә уны даими ойоштороу ҡарала. Һәм ул Республикала фәнде үҫтереүгә  етди этәргес яһар тип көтөлә. Сөнки бөгөн был  өлкәлә хәл итәһе проблемалар байтаҡ.  

Загрузка видео...
Комментарии
Загрузка

Возврат к списку


Яндекс.Метрика