Өфөнөң Урмансылар паркында төҙөкләндереү эштәренең тәүге этабы тамамланыу алдында

Өфөнөң Урмансылар паркында төҙөкләндереү эштәренең тәүге этабы тамамланыу алдында 30.08.2014

1 сентябрҙән баш ҡалала йәшәүселәр заманса паркта ял итә аласаҡ. Унда экологик өмә үтте.

Был үҙенсәлекле урман массивы баш ҡаланың иң ҙур паркынан һанала. Бында 12-ләп төр ағас үҫә. Әммә уларҙың ҡайһыһы ҡороған, икенселәре һынған. Паркты тәртипкә килтереү өсөн ҡаланың барлыҡ торлаҡ-коммуналь хужалығы хеҙмәткәрҙәре йәлеп ителде. Улар араһында Фәрҙиә Рәхмәтуллина ла бар. Ике бала әсәһенең ҡаланы төҙөкләндереү һәм тирә-яҡты йәшелләндереүгә индергән өлөшө ҙур. 1989 йылдан алып ҡаланың 3-сө, һуңынан 65-се йорт идаралағында эшләгән ханым хәҙер хаҡлы рәүештә «Хеҙмәт ветераны» исемен йөрөтә. «Йыйыштырған урында түгел, ә ҡыйламаған ерҙә таҙалыҡ була», тигән тапҡыр халыҡ мәҡәленең мәғәнәһен Фәрҙиә Рәхмәтуллина яҡшы аңлай.
Урмансылар паркы күптән инде өфөләрҙең яратҡан ял итеү урындарының береһенә әйләнгән. Берәүҙәр бында ғаиләләре менән йәнлектәр вольерын ҡарарға килһә, икенселәр тәбиғәт ҡосағында усаҡ яғып ял итергә күнеккән. Әммә һуңғыларынан һуң йыш ҡына сүп-сар өйөмдәре ҡала. Быйыл май айында төбәк башлығы Рөстәм Хәмитов ошо күренешкә тап булғандан һуң парк торошо менән ҡәнәғәт булмауын белдерҙе. Башҡортостан Президенты яҡын киләсәктә тәбиғәт мөйөшөн тәртипкә килтереү бурысын ҡуйҙы. Ике аҙна тигәндә Президент башланғысы менән паркта экологик өмә ойошторолдо. 100 гектарҙан ашыу ерҙе биләгән  паркты таҙартыуға министрлыҡ һәм ведомство вәкилдәре, барлығы 2 меңдән ашыу кеше сыҡты. Сарала Рөстәм Зәки улы үҙе лә ҡатнашты.
Урмансылар паркында төҙөкләндереү эштәренең тәүге этабын 1 сентябргә тамамлау бурысы ҡуйылған. Тимәк, бер нисә көндән был урын  халыҡтың яратҡан һәм рәхәтләнеп ял иткән үҙәктәренең береһенә әйләнәсәк. Өмәлә ҡатнашыусылар ҙа был ваҡиғаны ҙур түҙемһеҙлек менән көтә. Шуға ла улар өмәгә ҙур теләк менән сыҡҡан.
Урмансылар паркы күҙгә күренеп үҙгәрә. Төҙөкләндерелгән юл ситенә электр бағаналары, эскәмйәләр урынлаштырылған, балалар өсөн майҙансыҡ та бар. Тик бәрәкәте генә булһын, сөнки тәртип һәр кемдең үҙенән башлана, ти өмәлә ҡатнашыусылар.
Азат Ғәлиуллин

Загрузка видео...
Комментарии
Загрузка

Возврат к списку


Яндекс.Метрика