Өфөлә Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетында бөйөк шағир-мәғрифәтсе иҫтәлегенә арналған 9-сы халыҡ-ара Аҡмулла уҡыуҙары бара

Өфөлә Мифтахетдин  Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетында  бөйөк шағир-мәғрифәтсе иҫтәлегенә арналған 9-сы халыҡ-ара Аҡмулла уҡыуҙары бара 15.12.2014

19 декабргә тиклем дауам итәсәк форумдың программаһы киң һәм күп төрлө. Сара бөгөн Мифтахетдин Аҡмуллаға арналған күргәҙмә менән асылды.

Аҡмулла халыҡты яҡтылыҡҡа, аң-белемгә, һөнәргә, ғилем нигеҙҙәренә эйә булырға өндәгән. Күренекле башҡорт шағиры, мәғрифәтсене башҡа төрки халыҡтар - татарҙар, ҡаҙаҡтар, уйғырҙар, ҡарағалпаҡтар ҙа  үҙ  күрә. Аҡмулла  иҫән саҡта бер китабы ғына нәшер ителә.  Ә уның иң тулы йыйынтығы 1981 йылда Өфөлә башҡорт телендә баҫылып сыҡты. Китаптары татар, ҡаҙаҡ һәм урыҫ телдәрендә лә донъя күрҙе. Тыуған яғы Миәкә районының Туҡһанбай ауылында  музейы эшләп килә.
Йыл һайын уҙғарылған уҡыуҙар халҡыбыҙҙың бөйөк улының мираҫын киләсәк быуындарға еткереү  йәһәтенән әһәмиәтле . Шулай ҙа мәғрифәтсе-ғалимдың биографияһының өйрәнелмәгән яҡтары ла күп ти,  ғалимдар.Мәҫәлән, күптән түгел уның француз телен дә  белгәнлеге асыҡланған. 1989 йылдан Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге премия   тапшырыла. Быйыл уға  Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты  профессоры, философия фәндәре докторы Әхмәт Дәүләтҡолов лайыҡ булды.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика