Етем балалар булмай

Етем балалар  булмай 18.03.2017

Баймаҡ районында  балаларҙы тәрбиәгә һәм ҡурсалауға алған ғаиләләр өсөн эшләп килгән «Өмөт» клубы  ата-әсәләрҙе бергә йыйҙы. Осрашыуҙа уларҙы борсоған мәсьәләләр тикшерелде, ярҙам саралары ҡаралды. Клуб ағзалары ата-әсәләрҙе йәмәғәтселек эштәрендә әүҙемлек күрһәтергә саҡырҙы.

Бөгөн  Баймаҡ районында   етем балаларҙы тәрбиәгә алыусы ғаиләләр     Өмөт  клубына   берләшкән. 2016  йылдың ноябрь  айынан эш башлаған был  клубтың   эштәре көйлө бара.  Үткән форум  тәрбиәгә етем бала алыусы  ғаиләләрҙең абруйын үҫтереүҙе маҡсат итеп ҡуйҙы. Ғаиләләләр үҙ сиратында туплаған тәжрибәһе менән уртаҡлашты, социаль яҡлау мәсьәләләрен уртаға һалып һөйләште.
Һәр бала ғаилә бәхетенә, ата-әсә наҙына лайыҡлы.  Ата-әсәле, туғандары булған ғаиләлә генә  балалар хәстәр, иғтибар тойоп үҫә. Яңы ғаиләләрҙә улар хеҙмәт тәрбиәһенә генә өйрәнеп ҡалмай, тырышып белем ала, ҡанаттарын нығыта, ата-әсәне, туғанлыҡ хистәрен ҡәҙерләргә өйрәнә. Бөгөн районда етем  балаларҙы үҙ ҡанаты аҫтына   алырға теләүсе ғаиләләр етәрлек.  Улар араһында мәҫәлән Йәнйегет ауылынан Ҡарабаевтар, Юлыҡтан Шәйәхмәтовтар был юҫыҡтан күптәргә үрнәк , тип әйтергә була.
Һуңғы йылдарҙа  районда ике йөҙҙән ашыу  бала йөҙҙә ҡырҡ   ғаиләгә урынлаштырылған, етем ҡалған балаларҙың иҫәбе  лә кәмей.  Бөгөнгө көндә    тәрбиәгә бала  алырға  теләүсе  тағы ла  етмеш  ғаилә  исемлектә  тора.  
Семинарҙа ғаиләне һаҡлап ҡалыу, ә баланы ғаиләлә йәшәтеү кәрәк тигән һүҙҙәргә  баҫым ҡуйылды.   Ә эш һөҙөмтәле булһын өсөн ошо система хеҙмәткәрҙәре берҙәм эшләргә тейеш. Уртаҡ хеҙмәттең генә емеше мул була, ти халыҡ мәҡәле лә.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика