Донъялағы һәр кем: шағир ҙа, бейеүсе лә, бухгалтер ҙа, хатта, Президент та уҡытыусы ҡулынан үткән

Донъялағы һәр кем: шағир ҙа, бейеүсе лә, бухгалтер ҙа, хатта, Президент та уҡытыусы ҡулынан үткән 05.10.2015

Уҡытыусы - ул үҙенең булмышы, асылы, үҙ-үҙен тотошо менән һабаҡ биреүсе

Рәсимә Алламоратова үткәргән  Башҡорт мәҙәниәте дәрестәрен Рәми Ғарипов исемендәге республика башҡорт гимназия- интернаты уҡыусылары түҙемһеҙләнеп көтөп ала.Үҙенең уҡыусыларын ул илһөйәрлек рухында тәрбиәләргә тырыша. Педагог балала үҙ фәненә ҡыҙыҡһыныу уятырға тейеш, тигән фекерҙә ул .
Рәсимә Алламоратова һәр төрлө конкурс һәм олимпиадалар еңеүселәрен тәрбиәләгән. Уҡыусылырың уңышлы икән, тимәк тырышлығың бушҡа китмәгән.
Бөтә донъя уҡытыусылар көнө уңышлы эшләүсе 35 педагог өсөн дә иҫтәлекле булды. Төрлө предмет уҡытыусылары, мәғариф системаһы алдынғыларына Рәсәй Президентының гранттары тапшырылды.
Иглин районы үҙәгендә  лә мәғариф тармағында эшләүсе өс йөҙ уҡытыусының тырышлығы маҡтау ҡағыҙҙары менән билдәләнде. Иглин ҡасабаһының Мәҙәниәт йортона йыйылыусы уҡытыусылар ауыр ҙа, яуаплы ла хеҙмәттәренә хаҡлы баһа алды. Рәсәй Дәүләт Думаһының  мәҙәниәт буйынса комитетының  маҡтау ҡағыҙҙарын депутат Зөһөрә Рәхмәтуллина тапшырып, уҡытыусыларҙың тынғыһыҙ һәм абруйлы эштәрендә уңыштар теләне.
Бүләкләнеүселәр араһында  Иглин ҡасабаһының 4-cе мәктәбе директоры  Хөрмәт Айытбаев та бар. Ул етәкләгән уҡыу йорто башҡорт теле һәм мәҙәниәтенән төплө белем бирә. Гуманитар йүнәлештәге был мәктәпте тамамлаусыларҙың 70 проценты юғары уҡыу йорттарына бюджет нигеҙендә уҡырға ингән.
Мәктәп алдынғыларын  тәбрикләү тантанаһы башҡорт дәүләт филармонияһы артистары сығышына үрелеп барҙы. Уҡытыусыларҙы данлаусы байрамдан һәр кем рух күтәренкелеге,  йылы тәьҫораттар алып ҡайтты.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика