Декрет ялынан-яңы белемдәр менән 05.05.2016

Ошо исем аҫтында декрет ялында ултырыусы ҡатын-ҡыҙҙар өсөн ҡабул ителгән программаға ярашлы  йәш әсәләр республика мәшғүллек үҙәктәрендә белемдәрен камиллаштыра ала. Программа хеҙмәт мөнәсәбәттәрендә торған һәм әлеге мәлдә өс йыллыҡ декрет ялында булған ҡатын-ҡыҙҙарға иҫәпләнгән. Баймаҡ районында ла был программа уңышлы эшләй.  

Баймаҡ ҡалаһында йәшәүсе Лилиә Дилмөхәмәтова буш ваҡытын файҙаһыҙға сарыф итмәй. Ул декрет ялында ла белемен камиллаштырыу өҫтөндә ентекле эшләй. Быға «декрет ялынан - яңы белемдәр менән» программаһы ла булышлыҡ итә. Программа балалы ҡатындар өсөн бик уңайлы, уның сиктәрендә сабыйҙан да айырылырға кәрәкмәй, өй мәшәҡәттәрен дә бергә алып барырға мөмкин. Сөнки уҡыу интернет селтәрендә ойошторола. Курстар йәш әсәләргә оҙайлы ялда ла эш тәжрибәһен онотмаҫҡа, уның үҙенсәлектәрен иҫкә төшөрөргә лә булышлыҡ итә.
Баймаҡ ҡалаһы ҡатын-ҡыҙҙары әҙерлек курстарына оло теләк менән йөрөй. Халыҡты эш менән тәмьин итеү үҙәгендәге белгестә тәүҙә декрет ялындағы әсәләрҙең мөмкинлектәре менән таныша, һуңынан иһә йәш әсәйҙәргә теге йәки был йүнәлештә белем алырға кәңәш итә. Курстан бушлай ойошторола. Бөгөн программа сиктәрендә 7 йәш әсә белемен камиллаштырып өлгөргән дә инде.
Белмәгәндең беләге тыныс, белгәндең йөрәге тыныс, тип халыҡ та бушҡа әйтмәгән. Оҙайлы декрет ялында ла белемдәрен камиллаштырған йәш әсәләр тыныс күңел менән эшкә сығасаҡ. Был программа көрсөк заманында айрыуса маҡсатҡа ярашлы.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика