Дәрестә быймала

Дәрестә быймала 21.11.2016

Өфөнөң 106-сы лицейы уҡыусылары өшөмәҫ өсөн синыфтарында өҫ кейемендә ултырырға мәжбүр. Бүлмәләрҙә ни бары 14 градус йылы.

Һуңғы ваҡытта уҡыусылар араһында һыуыҡ тейҙереүселәр һаны арта. Ата-әсәләр был хәлгә ризаһыҙлыҡ белдерә. Күптәр дәрестәр бөткәнен көтмәйенсә, балаһын мәктәптән алып ҡайтырға ашыға.
Ата-әсәләр, балаларҙың көнө буйы өҫ кейемендә ултырыуына ризаһыҙлыҡ белдереп, ватсаппҡа йыш яҙа. Батареялар бөтөнләй йылынмай. Был корпусҡа быйыл ғына күстек. Башланғыс синыфтар уҡый был бинала. Бүлмәләр һыуыҡ булғас, балалар сирләп китмәһен, тип борсолабыҙ.  
Роман Вәлиев, «Берҙәмлек» лицейы уҡыусыһы: «Дәрестә ныҡ һыуыҡ булды. Ҡулдарым, аяҡтарым туңып бөттө. Мәктәптә һалҡын булғанлыҡтан ни бары ике дәрес уҡыныҡ»
Белем усағындағы хәлде асыҡлау маҡсатында махсус комиссия төҙөлдө. Район хакимиәте белгестәре лицей синыфтарын тикшереп сыҡты. Мәктәп директоры әйтеүенсә, дәрестәрҙе уҡытыусылар күршеләге бинала дауам иткән. Иртәгә лицейҙа йылылыҡ талап ителгән нормаларға тура киләсәк.
Светлана Пескина, 106 һанлы «Берҙәмлек» лицейы директоры: «Һауа температураһы түбәнәйеүе сәбәпле, бөгөн ҡайһы бер бүлмәләрҙә термометрҙар ни бары 11 градус йылылыҡ күрһәтте. Уҡыусыларҙы шунда уҡ күрше корпустағы  бүлмәләргә  күсереүҙе хәстәрләнек. Мәсьәлә хәл ителә. Комиссия хәл менән яҡындан танышып сыҡты. Иртәгә  мәктәптә йылы булыр тип ышанам».

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика