Черниковка танымаҫлыҡ булып үҙгәрәсәк

Черниковка танымаҫлыҡ булып үҙгәрәсәк 11.11.2014

Биҫтәлә заманса йорттары менән яңы микраройондар барлыҡҡа килә. Иҫкеләре яйлап һүтелә бара. Үҙгәрештәр айырыуса Ҡулса урамында күренә. Йәшәрлеге лә ҡалмаған йорттар һүтелеп, урынына яңылары ҡалҡып сыға. Халыҡ, ниһайәт, уңайлы шарттарҙа йәшәй башлаясаҡбыҙ, тип ҡыуана.

Майя Ильина алтмыш йылдан ашыу Черниковканың Ҡулса урамында йәшәй. Һуңғы йылдарҙа үткән быуат уртаһында төҙөлгән йорттарҙа йәшәрлек тә түгел ине, тип хәтерләй ул. Ә хәҙер ул бөтә уңайлыҡтары булған заманса фатирҙа көн итә. Исмаһам, олоғайған көндә кешесә йәшәп ҡаласаҡбыҙ, тип ҡыуана Майя Степановна.
Майя Ильина: «Бигерәк таушалғайны шул йортобоҙ. Авария хәлендәге йорттарҙан күсереү программаһына ярашлы, яңы фатир бирҙеләр. Элек ҡояш та күренмәй ине, ә хәҙер дүртенсе ҡатта, яҡты һәм яҡшы планировкалы торлаҡта йәшәйем. Ҙур балконым бар, ҡыштарын элекке һымаҡ туңып ултырмайбыҙ. Минең бер үҙемә башҡа нимә кәрәк инде. Район да хәҙер танымаҫлыҡ булып үҙгәрҙе. Бигерәк ҡәнәғәтмен».
Авария хәлендәге торлаҡтан халыҡты күсереү программаһына ярашлы, һуңғы йылдарҙа ғына Черниковкала 19 йорт бушатылған. Ике тиҫтәгә яҡын ғаилә яңы фатир асҡыстары алған. Әле төҙөүселәр тулыһынса бушатылған ике йортто һүтеү менән мәшғүл. Тиҙҙән уның урынына ла күп ҡатлы яңы торлаҡ ҡалҡып сығасаҡ.
Константин Родионов, Өфө ҡалаһы хакмиәтенең «Күсемһеҙ милек үҙәге» предприятиһы етәксеһе урынбаҫары: «Программаға ярашлы күсерелгән хужаларҙың барыһы ла үҙенә тейешле квадрат метрҙарҙы ала. Баш ҡала хакимиәте үҙ өҫтөнә алған йөкләмәне теүәл үтәй. Яҡында яңы төҙөлгән йорттар булмағанлыҡтан, башҡа биҫтәләрҙән дә тәҡдим итәбеҙ. Фатирҙарҙың ҙурлығы инде законға һәм Торлаҡ кодексына ярашлы билдәләнә».
Тик бына кескәй Данила менән Романдың яңы фатирҙы тағы ла күпме көтөрҙәре билдәһеҙ. Яңылары араһында етемһерәп ултырып ҡалған иҫке һары йорт программаға инмәгән. Уны был урынды һатып алып, яңы йорт төҙөргә теләк белдергән предприятие һүтергә бурыслы. Программаға ярашлы, алдағы ике йылда Өфө хакимиәте 1 мең 350 торлаҡты бушатырға иҫәп тота. Һөҙөмтәлә 4 меңдән ашыу кеше яңы фатир туйлаясаҡ. Әгәр ҙә төҙөлөш тә йылдам башҡарылғанда, тиҙҙән Черниковка танымаҫлыҡ булып үҙгәрәсәк. Айнур Кәбиров

Загрузка видео...
Комментарии
Загрузка

Возврат к списку


Яндекс.Метрика