Быйыл Борайҙа 231 бала тәүге тапҡыр парта артына ултыра 18.08.2016

Бөгөн район үҙәгендә уҡытыусыларҙың август кәңәшмәһе үтте. Мәғариф хеҙмәткәрҙәре балалаға заманса белем биреү үҙенсәлектәрен, илгә лайыҡлы шәхес тәрбиәләү нескәлектәрен уртаға һалып һөйләште.

Бала күңеле - аҡ ҡағыҙ, тип юҡҡа ғына әйтмәгәндәрҙер инде. Әгәр ҙә ошо ҡағыҙ битенә нимәнелер «хаталы яҙаһаң, киләсәктә был хатаны төҙәтеүе бик ауыр буласаҡ, сөнки кешене бала саҡтан уҡ шәхес итеп тәрбиәләргә кәрәк», ти  Розалия Йәнгирова. Ул Борай ауылының 5-се балалар баҡсаһында 28 йылдан ашыу эшләй. Әле ул, ҡасандыр мәктәпкәсә белем биреү учреждениеһында тәрбиәләгән балалаларҙың сабыйҙарын ҡарай.
Үткән йылға йомғаҡ, яңыһына аныҡ маҡсаттар ҡуйыу өсөн Борай районы үҙәгендә  мәғариф хеҙмәткәрҙәре ҡорон йыйыйылды. Август кәңәшмәһендә ғөмүмән, балалар менән эшләүсе ойошмалар ғына түгел, ата-әсәләр, опекундар ҙа ҡатнаша. Иғтибар үҙәгендә тәрбиә мәсьәләһе. Был осраҡлы түгел.  Һуңғы йылдарҙа балаларға урам йоғонтоһо ғына түгел, интернет шауҡымы ла тәьҫир итә. Шуға ла традицион ҡиммәттәрҙе һаҡлап ҡалыу, йәш быуынды ата-балалар рухында тәрбиәләү айырыуса көнүҙәк мәсьәләгә әйләнеп бара. Әле районда барлығы 339 педагог эшләй. Улар исемлегенә балалар баҡсаһы тәрбиәселәре лә инә. Төбәктең  мәғариф бүлеге белгестәре, белем усаҡтары яңы уҡыу йылына тулыһынса әҙер тип билдәләй. Мәктәпкәсә учреждениеларҙа төҙөкләндереү эштәре үткән. Быйыл 200-ҙән ашыу бала беренсе  синыфҡа уҡырға бара.

Загрузка видео...
Комментарии
Загрузка

Возврат к списку


Яндекс.Метрика