Быйыл Башҡортостандан Кремль шыршыһына 114 уҡыусы саҡырылған

Быйыл Башҡортостандан Кремль шыршыһына 114 уҡыусы саҡырылған 15.12.2016

25 декабрь улар илдең баш ҡалаһында үтәсәк Яңы йыл байрамына юллана. Бәхетле исемлектә Нуриман районының Яңы күл ауылы урта мәктәбе уҡыусыһы Денис Әхтәрйәнов та бар.

Денис Әхтәрйәнов яҙыусы Анатолий Алексиндың «Саша һәм Шура» әҫәрен тулыһынса яттан белә. Ҡулындағы китап биттәрен асып, ул үҙен сәхнәлә кеүек тота. Тиҫтерҙәре алдында бер ҙә юғалып, ҡаушап ҡалмай. Рус әҙәбиәтенә ғашиҡ үҫмер киләсәктә уҡытыусы һөнәрен һайларға теләй. Шулай уҡ уға сәнғәт өлкәһе лә яҡын.  
Денис әҙәбиәт буйынса ил, халыҡ-ара кимәлендә ойошторолған конкурстар еңеүсеһе. Быйыл апрелдә ул «Тере классика» бәйгеһендә уңышлы сығыш яһап, «Артек»ҡа билет ота. Унда ла шиғыр һөйләүселәр араһында алдынғылыҡты бирмәй. Тырышлыҡ бушҡа булмай - үҫмер илдең төп шыршы байрамына саҡырылған.
Денис нисек кенә тырышмаһын, математиканан «дүртле» билдәһенә өлгәшә. Шулай ҙа ул дәрестәрҙән һуң ҡалып фән буйынса белемен камиллаштырырға ынтыла. Уңыш серен үҫмер күптән асыҡлаған - китап донъяһын аҡтарғанда ғына аҡыл даирәһе киңәйә.
Денистың иң яҡын кәңәшсеһе, шул уҡ ваҡытта тәнҡитсеһе - өләсәһе. Ул уның әйткән һәр һүҙенә ҡолаҡ һала. Шиғырҙарҙы ятлау бер, атвор күҙлегенән әҫәрҙең мәғәнәһен халыҡҡа еткерер өсөн талант та кәрәк.
Денис Әхтәрйәнов Мәскәүҙә ил президентынан автограф алыу тураһында ла хыяллана. Яңы йылда барлыҡ теләктәр ҙә тормошҡа аша, шуға үҫмер өмөтөн һүндерергә ашыҡмай.

Загрузка видео...
Комментарии
Загрузка

Возврат к списку


Яндекс.Метрика