Бразилия уҡытыусыһы – Нефтекамала 04.03.2016

Мишели Ферейро Башҡортостанға Интершип Айсик программаһы буйынса килгән.  

Мишели Бразилияла инглиз теленән уҡыта,  дәрестәрҙе өлкән быуын кешеләре  өсөн дә, үҫмерҙәргә лә, балаларға ла үткәрә.  Нефтекамала ла ул  ҡаланың телде өйрәнеү буйынса махсуслашҡан үҙәгендә эшләй. Мишели әйтеүенсә, Рәсәйгә сәфәр яңы кешеләр, ғөрөф-ғәҙәттәр, йолалар менән танышыу мөмкинлеге.  Бразилия уҡытыусыһы, республика буйлап сәйәхәт итергә лә, Мәскәү менән Санкт-Петербургты ла барып күрергә уйлай. Уҡытыу үҙенсәлектәренә килгәндә, Бразилия менән Нефтекама уҡыусылары араһында айырма ҙур.
Мишели Ферейро, инглиз теле уҡытыусыһы: «Рәсәй эшләп ҡарау тәжрибә уртаҡлашыу йәһәтенән  бик әһәмиәтле.  Әлегә һалҡын көндәргә, ҡарға ғына өйрәнә алмайым.  Бразилияла бик йылы. Кешеләрҙең ихлас, алсаҡ булыуы оҡшай. Нефтекамала бер йылға ҡалырға уйлайым».

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика