Берҙәм дәүләт имтихандарының тәүге һөҙөмтәләре буйынса Башҡортостанда 15 уҡыусы 100 балл йыйған 15.06.2017

Информатиканан - 13, профилле математика менән географиянан берәр кеше  юғары баллға яҙған. Башҡортостандың Мәғариф министрлығында билдәләүҙәренсә, информатика һәм профилле математика  буйынса уртаса балл күтәрелгән.

Уҡыусыларҙың күпселеге имтихандарҙы тапшырып, минималь сикте үткән. Ләкин һынауҙы бирә алмағандар ҙа бар. Дәғүә булған осраҡта сығарылыш синыфы уҡыусыларының апелляцияға биреү өсөн ике көнө бар. Әйткәндәй, бөгөн ун беренселәр - сит телдәр буйынса һынау тотһа,19 июндә химия һәм тарих буйынса Берҙәм дәүләт имтиханын тапшыра. 20 июндән резерв көндәр башлана. Унда мәктәпте уҙған йылдарҙа тамамлаусылар ҡатнаша.

Загрузка видео...
Комментарии
Загрузка

Возврат к списку


Яндекс.Метрика