Башланғыс синыфтар өсөн яңы белем усағы 12.12.2015

Благовар районы үҙәге Языков ауылында урындағы урта мәктәптең 1 -4 синыф уҡыусылары йорт туйланы. «Башнефть» компанияһы ярҙамында бина тулыһынса яңыртылып файҙаланыуға тапшырылды

Яңыртылған мәктәптә тәүге ҡыңғырау. Балаларҙың шатлығы эсенә һыймай. Төҙөкләндерелгән белем усағы яҡты, йылы, заманса. Өсөнсө синыф уҡыусыһы Ләйсән Хәкимова ла дәрескә күтәренке кәйефтә килгән.
Языков урта мәктәбенең башланғыс синыфтарында 418 бала белем ала. Район үҙәгенән тыш бында күрше 4 ауылдан йөрөп уҡыйҙар.  Башланғыс мәктәпкә 1937 йылда нигеҙ һалынған. Тәбиғи таштан күтәрелеүенә ҡарамаҫтан ул яңыртыу талап иткән.  Йыл ярым эсендә мәктәп тулыһынса төҙөкләндерелгән. Ҡыйығы, тәҙрә-ишектәре алмаштырылған, инженер коммуникациялар һуҙылған.
Башланғыс синыфтар өсөн  айырым  спорт залы ла сафҡа инде . Бында физик культура менән шөғөлләнеү, төрлө спорт түңәрәктәре ойоштороу өсөн шарттар заман талаптарына яуап бирә.
Уҡыусыларға тәнәфестә тамаҡ ялғап алыу мөмкинлеге лә бар. башланғыс синыфтарға айырым  ашхана төҙөлгән. Туҡланыу өсөн балаларға оҙайлы сиратта торорға кәрәкмәй.
Башланғыс мәктәп «Башнефть»  асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең социаль  программаһы ярҙамында төҙөлгән. Нефтселәр ошо маҡсатта 91 миллион һум аҡса йүнәлткән. Артабан да республика район-ҡалаларында мәғариф, мәҙәниәт һәм спорт объекттарын төҙөү һәм яңыртыуға үҙ өлөшөбөҙҙө индерәсәкбеҙ тип билдәләй компания вәкилдәре.
Мәктәп һәм мәғариф усаҡтары төҙөлөшөн белгестәр йыш ҡына киләсәккә капиталь һалыуҙарға тиңләй. Ысынлап та, йәш быуын сифатлы белем алған осраҡта ғына, иҡтисади алға китеш тураһында һүҙ йөрөтөргә мөмкин. Нефтселәрҙең социаль яуаплылыҡҡа нигеҙләнеп, инфрастурктураны заман талаптарына ярашлы үҙгәртеп ҡороуға көс һалыуын иҫәпкә алғанда, компания етди ынтылыш алдында.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика