Башҡортостандың Иҡтисади үҫеш министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, биш йылдан һуң да иҡтисад һәм идара итеү тармағында юғары квалификациялы белгестәргә ихтыяж һаҡланасаҡ 27.02.2016

Был, тәү сиратта, сауҙа, кредитлау һәм финанс-аудит йүнәлештәрен һайлаусыларға ҡағыла. Әйткәндәй, ведомство тарафынан төбәктә «Студенттарҙың иҡтисади инициативаһы» исеме аҫтында яңы проект тормошҡа ашырыласаҡ.

Уның буйынса йәштәр вузда уҡығанда уҡ республиканың социаль-иҡтисади үҫешенә бәйле альтернатив фекерҙәре менән уртаҡлаша ала. Был үҙенә күрә «стажировка майҙансығы» тип һанала. Ә бына Өфөнөң халыҡты эш менән тәьмин итеү үҙәгенән хәбәр итеүҙәренсә, йылдан-йыл иҡтисадсы, юрист һөнәрҙәренә вакансиялар кәмей бара. Был йүнәлештәр буйынса хеҙмәт хаҡы ла маҡтанырлыҡ түгел - яҡынса 15-20 мең һум тирәһе.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика