Башҡортостандың эре сәнәғәт предприятиелары республика фәне менән тығыҙ бәйләнештә булырға тейеш 25.09.2015

Ғилми асыштарҙы ҡыйыу рәүештә производстволарҙа һынау һәм үҙләштереү мөһим. Был турала бөгөн республика башлығы 5-се Бөтә Рәсәй фән фестивален асыу тантанаһында белдерҙе.

Был машина менән ситтән генә идара итергә мөмкин. Руль артында ултырған водителгә лә ихтыяж бөтөнләй юҡ. Өфө радиоэлектроника колледжында белем алыусы йәштәр уйлап тапҡан робот машинаны төрлө йүнәлештәрҙә файҙаланырға мөмкин.
«Башҡортостан» дәүләт концерт залының фойеһында робот-машина кеүек йөҙҙәрсә экспонат урынлаштырылған. Уларҙың һәр береһе Башҡортостанда фән ҡаҙанышы йәки инновация проекттары менән тығыҙ бәйле. Республика башлығы  уҡыу йорттары, ғилми-тикшеренеү институттары көсө менән ойошторлған мауыҡтырғыс күргәҙмәне ентекләп ҡарап сыҡты
Башҡорт дәүләт медицина университеты скальпелһыҙ операция эшләү алымдарын шымартыу өсөн махсус ҡоролма тәҡдим итһә хеҙмәт медицинаһы һәм кеше экологияһы ғилми-тикшеренеү институты гендар кимәлендә һөнәри ауырыуҙарҙы асыҡлау һәм иҫкәртеү алымдары менән таныштырҙы. Башҡорт дәүләт аграр университеты иһә заман талабы буйынса башҡарылған селекция эше тураһында бәйән итте.
Фестивалде рәсми асыу тантаһында сығыш яһап республика башлығы Башҡортостан ныҡлы фән төбәге тип билдәләне. Республикала йөҙәрләгән ғилми асыш яһала, әммә производствола үҙләштерелмәй тигән үкенес белдерҙе телмәрендә Рөстәм Хәмитов. Ул Башҡортостандың эре сәнәғәт предприятиеларын фән ойошмалары менән тығыҙ хеҙмәттәшлеккә саҡырҙы.
Фән фестивале барышында төрлө түңәрәк өҫтәлдәр ҙә эшләне. Шуларҙың береһен «Башҡортостан энциклопедияһы» ғилми нәшриәте ойошторҙо. Фән китапһыҙ, китап фәнһеҙ булмай тигәндәй, маҡсат ғалимдар менән нәшриәт араһындағы элемтәне нығытыу, камиллаштырыу, яңы үрҙәргә сығарыу.
Фестивалдең маҡсаты ауыр фәнде, ябайлаштырыу, ҡатмарлы формулаларҙан сығып мауыҡтырғыс тәжрибәләр эшләргә мөмкинлеген күрһәтеү. Балалар аңлаһын, йәштәр киләсәктә фәнгә килһен өсөн мөһим был тип билдәләй ойоштороусылар. Ҡыҙыҡһыныусылар бихисап.  Фестивалгә республиканың төрлө төбәктәренән мәктәп уҡыусылары килгән.
Мауыҡтырғыс һәм ҡыҙыҡлы фәндәр иленә сәйәхәт тағы ике көн дауам итә. Фестиваль 27 сентябрь тамамлана. Киләһе ял көндәрендә Башҡортостандың фән ҡаҙаныштары менән яҡындан танышыу форсаты бар.
Рафиҡ Әхмәтшин

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика