Башҡортостанда бөгөн 11 уҡыусы берҙәм Дәүләт имтиханын тапшыра алмаған

Башҡортостанда бөгөн 11 уҡыусы берҙәм Дәүләт имтиханын тапшыра алмаған 27.05.2016

Ныҡ тулҡынланыуҙары арҡаһында уларға медицина ярҙамы талап ителгән. Һынауҙы улар өҫтәлмә көндә бирәсәк. Дөйөм алғанда бөгөн республикала 28 мең уҡыусы география һәм рус әҙәбиәте буйынса имтихан тапшырҙы. Мотлаҡ фәндәр  буйынса һынауҙар дүшәмбе башлана.

Онтораҡ аҫтында тимер биш һумлыҡ, ҡулда паспорт, ручка, һыу һәм шоколад. Имтиханға  артыҡ  әйбер индереп булмай, аудиторияларға етди  тикшереү аша үтергә тура килә. Бар белем уҡыусының башында булырға тейеш. Шуға күрә Лиана репетитор ярҙамына ла мөрәжәғәт иткән. Әммә барыбер тулҡынланыу үҙенекен итә.
Шулай уҡ имтиханға лимон һуты әҙерләп килеүселәр ҙә, туғандарына өс сәғәт буйы әрләп ултырырға ҡушыусылар ҙа юҡ түгел. Әммә белгестәр әйтеүенсә,  был тәбиғи, һәр уҡыусы юғары балл туплап теләгән уҡыу йортона уҡырға ингеһе килә. Әммә тәүге йылдар менән сағыштырғанда,  әле  балалар Берҙәм дәүләт имтиханына  тынысыраҡ ҡарай. Металл тикшереү, видео күҙәтеү ҡоролмалары  ла ғәҙәти күренешкә әйләнеп бара.
Быйылғы Берҙәм дәүләт имтиханы ла яңылыҡтарҙан азат түгел. Мәҫәлән,  хәҙер  һынау барған белем усаҡтарына телефон сигналдарын баҫыу ҡоролмаһы ҡуйыла,  шулай уҡ контроль-иҫәп материалдарында тамғалар урынына яҙма яуаптар индерелә.
Быйыл  контроль-иҫәп материалдарын аудиторияла, уҡыусыларҙың күҙ алдына компьютерҙа баҫып сығарыу тәжрибәһе лә ҡулланыла башланы. 2020 йылға тиклем был яңылыҡты тотош республика буйынса индереү ҡарала.  Элек һорауҙар имтихан башланыр алдынан конвертта  килтерелә ине. Аудиториялар ҙа  күҙәтеүселәр ҙә эшләй, шулай уҡ эксперттар һынау барышын онлайн режимда ҡарай  ала.
Быйыл Берҙәм дәүләт имтихандарын 20 меңдән ашыу уҡыусы тапшыра. Уларҙың 19 мең ярымы 11-се синыфты тамамлаусылар.  Һынау бирселәр өсөн 104 пункт эшләй, улар техник яҡтан тулыһынса йыһазландырылған. Тәүге мотлаҡ имтихан рус теленән дүшәмбегә тәғәйенләнгән. Теләк буйынса һайланған предметтар ға килгәндә  50 процент йәмғиәтте өйрәнеү фәненә өҫтөнлөк биргән, шулай уҡ һәр өсөнсө уҡыусы физиканы һайлаған. Һуңғы имтихан 22 июндә үтә.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика