Башҡортостанда 60-тан ашыу бала аттестат алмаясаҡ

Башҡортостанда 60-тан ашыу бала аттестат алмаясаҡ 23.06.2014

Был турала бөгөн Башҡортостандың мәғариф министрлығы белдерҙе. Шулай уҡ сығарылыш уҡыусылары күпләп һайлаған йәмғиәтте өйрәнеү фәненең һөҙөмтәләре лә билдәле булды. Имтихан тапшырған 11 мең баланың 1 меңе минималь кәртәне үтә алмаған. Йөҙ баллға биреүселәр география, физика, биология, информатика буйынса бар. Мотлаҡ предметтарҙан Өфөнөң 93-сө гимназияһының ике уҡыусыһы 100 балл йыйған.

Был турала бөгөн Башҡортостандың мәғариф министрлығы белдерҙе. Шулай уҡ сығарылыш уҡыусылары күпләп һайлаған йәмғиәтте өйрәнеү фәненең һөҙөмтәләре лә билдәле булды. Имтихан тапшырған 11 мең баланың 1 меңе минималь кәртәне үтә алмаған. Йөҙ баллға биреүселәр география, физика, биология, информатика буйынса бар. Мотлаҡ предметтарҙан Өфөнөң 93-сө гимназияһының ике уҡыусыһы 100 балл йыйған.

Математиканан 100 бал йыйған бәхетле уҡыусыларҙың береһе Өфөнөң 93-сө гимназияһынан Вячеслав Назаренко. Һәр йәйге каникулын математик лагерҙарҙа үткәргән үҫмер өсөн һынауҙы бишлегә тапшырыу бер ни тормай. Хәҙер Вячеслав үҙен лайыҡлы рәүештә Мәскәү дәүләт университеты студенты тип һанай ала.
Вячеслав Назаренко, сығарылыш синыфы уҡыусыһы: «Мин Мәскәү дәүләт университетына Олимпиада һөҙөмтәһе буйынса уҡырға ингән инем. Имтиханға белемемде тағы бер ҡат тикшереү өсөн барҙым. 100 балл туплауым математика һөйөүем һөҙөмтәһе. Бәләкәй саҡта летчик булырға хыялландым, сәләмтлегем менән бәйле уй-ниәттәр үҙгәрҙе. Мәскәү дәүләт университеты студенты булыуҙы ҙур бәхет тип иҫәпләйем».
Вячеслав Мәскәүгә юлланһа, Татарстан ҡыҙы Гүзәл Өфөлә уҡырға хыяллана. Ул Башҡорт дәүләт педагогия университетына документтарын тапшырған да инде.
Башҡортостандың мәғариф министрлығы белгестәре әйтеүенсә, Быйыл берҙәм дәүләт имтиханы һөҙөмтәләре былтырғы менән сағыштырғанда түбәнерәк. Был ҡағиҙәләрҙең ҡәтғиләшеүе менән бәйле, ти улар. Юғары балл йыйыусылар хатта, биш тапҡырға кәмегән. Ә бына минималь кәртәне үтә алмаусылар артҡан. Математиканан 100 баллды ике уҡыусы йыя алһа, рус теленән был бейеклеккә күтәрелеүселәр бөтөнләй юҡ. Мотлаҡ предметтарҙан айырмалы һайлап алынған имтихандар буйынса юғары баллдар байтаҡ.
Жанна Миникеева, Башҡортостан мәғариф министрлығының баш белгесе: «Быйылғы Берҙәм дәүләт имтиханы һөҙөмтәләре реаль күрһәткестәргә яҡын тип әйтергә мөмкин. Һәр уҡыусы лайыҡлы баһаһын алды».
Сығарылыш уҡыусылары алдында хәҙер икенсе этап тора. Уҡыу йорттарының иләге аша үтеү. Юғары белем биреү учреждениеларында ҡабул итеү комиссиялары эш башланы ла инде. Әле күберәк техникум, колледж тамамлаусылар документ тапшыра, 11-се синыфты тамамлаусылар әле аттестат ала ғына. Быйыл республикала 10 меңдән ашыу бюджет урыны ҡаралған. Шулай уҡ коммерция нигеҙендә уҡырға инергә мөмкин. Бынан тыш, Ҡырым абитуриенттары өсөн бюджет урындары бүленгән.
Әлегә бер урынға дәғүә итәсәк абитуриенттарҙың иҫәбе билдәһеҙ. Берҙәм дәүләт имтиханы һөҙөмтәләре буйынса документ ҡабул итеү 25-се июлгә тиклем дауам итә. Ә бына уҡыу йортонда имтихан тапшырыусыларҙың ваҡыты ҡыҫҡараҡ - 10-сы июлгә тиклем.
Рәмзиә Кәримова


Комментарии
Загрузка

Возврат к списку


Яндекс.Метрика