Башҡортостан студенттары Ҡытай университеттарында уҡыу мөмкинлеге алды

Башҡортостан студенттары Ҡытай университеттарында уҡыу мөмкинлеге алды 10.11.2014

Ә юғары уҡыу йорттары  уҡытыусылары был илдә белемдәрен камиллаштыра аласаҡ. Ҡытайҙа уҙған Бизнес көндәре сиктәрендә Башҡортостандың мәғариф министрлығы менән Сычуан сит телдәр университеты араһында хеҙмәттәшлек тураһындағы меморандумға ҡул ҡуйылды. Әлегә тиклем ошондай уҡ килешеү Цзянси провинцияһының юғары уҡыу йорттары менән төҙөлгәйне.

Ҡытайҙа белем алыусы  Башҡортостан йәштәре киске ашҡа  ятаҡта йәшәүсе Рәсәйҙәге тиҫтерҙәре кеүек билмән бешерә. Әммә был ризыҡтың тәме  бөтөнләй беҙҙеңсә билмәнгә оҡшамаған. Билмәндең ҡамыыр кукуруз ононан, эслеге иһә диңгеҙ ҡыҫалаһынан әҙерләнгән.  Йәштәрҙең өҫтәлендә экзотик  емеш-еләктәр, тәҙрә алдында үҫкән  алма-мандариндар өҙөлмәй. Ике ай эсендә яҡташтарыбыҙ Ҡытай аш-һыуына өйрәнгән дә инде, шула йҙак бәлеш менән бишмармаҡты һағыныуын йәшермәй.
Ҡытайға килгәнсе, йәштәрҙең барыһы ла  Башҡорт дәүләт университетында белем алған. Улар араһында буласаҡ юристар ҙа, физика һәм математика фәндәре белгестәре лә бар. Наньчан ҡалаһында яҡташтарыбыҙ бер йыл дауамында үҙҙәренең программаһы буйынса инглиз телендә белем аласаҡ. Бынан тыш, көн һайын ҡытай теле буйынса курстар ҡаралған.  Халыҡ-ара тәжрибә проекты Башҡортостан менән  Цзянси провинцияһы араһындағы килешеү ярҙамында, быйылдан бойомға ашырыла башланы.
Республика йәштәре Ҡытайҙа барлыҡ уңайлыҡтары булған ике бүлмәле фатирҙарҙа йәшәй.  Университет тарафынан тәҡдим ителгән торлаҡ өсөн студенттар  коммуналь хеҙмәт хаҡын ғына түләй. Был  беҙҙең аҡса менән айына яҡынса ике мең һум тирәһе. Яҡташтарыбыҙ ата-әсәләре менән скайп аша аралаша. Ҡытайҙа уҙған Бизнес көндәре сиктәрендә ҡыҙҙар һәм егеттәр  Башҡортостан делегацияһы вәкилдәре менән осрашты. Яҡтар араһында хеҙмәттәшлек яйға һалынғас, тәржемәселәргә лә ихтыяж артасаҡ.
Чунцин ҡалаһындағы Сычуан лингвистик университетында төрлө сит ил телдәре менән бер рәттән, рус теле лә уҡытыла.  Студенттар республика делегацияһын урындағы халыҡтың милли музыка ҡоралы менән ҡаршы алды. Артабан Рәсәйҙә йәшәүселәргә таныш йырҙар яңғыраны.
Был уҡыу йортонда ла  киләсәктә Башҡортостан йәштәренә белем алыу мөмкинлеге тыуасаҡ. Ике төбәк араһында ошо туралағы меморандумға ҡул ҡуйылды.  Документ республика студенттарына көнсығыш ишектәренең асыҡ булыуын күрһәтә.
Илдар Байбулатов

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку