Башҡорт этнографияһын донъя кимәлендә танытыусы ғалим Рим Зәйнәғәбдин улы Янғужиндың тыуыуына 75 йыл

Башҡорт этнографияһын донъя кимәлендә танытыусы ғалим Рим Зәйнәғәбдин улы Янғужиндың тыуыуына 75 йыл 15.11.2016

Башҡорт дәүләт университетында оло ғалимдың юбилейы айҡанлы «Кешеләр, мәҙәниәттәр, ваҡыт: Евразия ерлегенең социаль-мәҙәни үҫеш динамикаһы» тип исемләнгән Бөтә Рәсәй ғилми-ғәмәли конференция үтте.

Үҙенән һуң том-том ғилми хеҙмәттәр ҡалдырыусы, этнографик экспонаттарҙан музей туплаусы  ғилем эйәһенең эшен бөгөн уның аспиранттары дауам итә. «Башҡорттарҙың революцияға тиклем Рәсәйҙәге хужалыҡ итеү алымдары». Профессор Рим Янғужиндың был китабы  оҙаҡ йылдар күҙәтеүҙәр һәм архивтарҙа эҙләнеүҙәр һөҙөмтәһенән сығып нәшер ителгән. Ғалимдың фәнни эштәре Рәсәй һәм донъя этнографтарында ла ҡыҙыҡһыныу уята. Боронғо башҡорт ҡалаларын өйрәнеүсе  профессор Роза Буканова ла уҡытыусыһы  Рим Янғужиндың хеҙмәттәрен юғары баһалай.
Университеттың  этнографик музейы ғалим исемен йөрөтә. Унда тупланған  экспонаттар йылдар буйына алып барылған экспедициялар һөҙөмтәһе. Тарих фәндәре кандидаты Миләүшә Мирхәйҙәрова өсөн төпкөл башҡорт ауылдарынан берәмләп йыйылған  һәр экспонат ҡәҙерле. Үҙенең остазы, профессор Рим Янғужин менән улар Башҡортостандың төрлө мөйөштәрендә эҙләнеүҙәр алып барған. Тарихты өйрәнеүселәр бында меңдән ашыу ҡомартҡы менән танышыу мөмкинлегенә эйә.
Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың атҡаҙанған фән эшмәкәре, профессор Рим Янғужин утыҙ йылдан ашыу ғүмерен фәнни экспедицияларға бағышлай. Ғалим биш йөҙҙән ашыу ғилми хеҙмәт, ун бер монография яҙған. Ике тиҫтә йылдан ашыу Башҡорт дәүләт университетының Башҡортостан тарихы һәм этнографияһы кафедраһы мөдире булып эшләй. Бойондороҡһоҙ дәүләттәрҙән һәм Рәсәй төбәктәренән килеүсе ғалимдар уның эшен дауам итеүсе фән эшмәкәрҙәре менән киләсәктә тығыҙ хеҙмәттәшлек итергә теләй.
Аҫыл ирҙе ил онотмаҫ. Был һүҙҙәр хаҡлы рәүештә халҡыбыҙҙың арҙаҡлы улдарының береһе Рим Янғужинға ҡарата әйтелгән. Милләтебеҙ тарихын тәрәндән өйрәнеп, киләһе быуындарға еткереүсе ғалим Рим Янғужиндың исеме бөгөн фән даирәһендә бөтә донъя ғалимдарын берләштерә.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика