Башҡорт дәүләт университетында юғары уҡыу йортоноң элекке ректоры Рәғиб Ғимаевтың 80 йәшлек юбилейына арналған кисә үтте 23.01.2015

Башҡортостан Фәндәр академияһы академигы, техник фәндәр докторы, профессор, РСФСР-ҙың һәм БАССР-ҙың атҡаҙанған фән һәм техника эшмәкәре тиҫтәләгән китап авторы. Юбилярҙың хеҙмәте Халыҡтар Дуҫлығы ордены менән баһаланған.

Рәғиб Насретдин улына Республика башлығы Рөстәм Хәмитовтың ҡотлау һүҙҙәре менән Рәхмәт хаты тапшырыла. Ысынлап та, Рәғиб Ғимаевтың асыштары, башҡарған эштәре баһалап бөткөһөҙ. Фәнгә ғашиҡ шәхес һәр ваҡыт республикала юғары белем кимәлен күтәреүгә ынтылып йәшәй. 8-се тиҫтәһен тултырыуға ҡарамаҫтан, ул әле лә юғары уҡыу йорттары хәстәрҙәре менән яна. Уларҙы хәл итеү юлдарын эҙләй.
Рәғиб Ғимаевтың тормош юлы еңелдән булмай. Бала сағы Бөйөк Ватан һуғышы йылдарына тура килә. Ни бары ике йәш булғанда, атаһы менән олатаһы золомлоҡҡа эләгә. Әсәһе балаларын яңғыҙы үҫтерә. Юбилей кисәһендә Рәғиб Насретдин улы бала саҡ хәтирәләренә лә бирелде. Әсәһенең хеҙмәтенә,  тәрбиәһенә рәхмәтле булыуын белдерҙе.  Рәғиб Насретдин улына ныҡышмалылығы һәм хеҙмәтте һөйөүе үрҙәргә үрләргә ярҙам итә.
Телевидение фондында һаҡланған, 1995-се йылда төшөрөлгән асыҡ диалог телетапшырыуында Рәғиб Ғимаев «Һеҙҙең өсөн ниндәй ваҡиғалар әһәмиәтле» тигән һорауға, фәнни хеҙмәттәр тип яуаплай.  1958 йылда Өфө дәүләт нефть техник университетын тамамлап, заводта эшләй башлай ул. Ләкин фәндән тайпылмай. Нефть технологиялары һәм органик химия өлкәһендә йылдар буйы тикшеренеүҙәр алып бара. Ғалимдар араһында тәүгеләрҙән булып төрлө химик матдәләр сығарғанда нефть коксын ҡулланыу һәм махсус нефть продукттарын сығарыу технологияһын  уйлап таба.
Башҡорт дәүләт университетын алға сығарыу һәм күтәреү өсөн Рәғиб Ғимаев күп көс һала. Ул  ректор булып эшләгән осорҙа республика ҡалаларында юғары уҡыу йортоноң филиалдары, яңы факультеттар асылаа. Әлбиттә, һәр ғалим өсөн иң мөһиме уның асыштары, фәнни эшмәкәрлеге. Быға өҫтәп, юбилярҙың  кешелек сифаттарына ла туҡталырға мөмкин. Фәндә үҙ исемен яҙған, киләсәк өсөн янып йәшәгән абруйлы шәхес ябайлығы, алсаҡлығы менән дә бөйөк.  Был уның тәбиғәтенән.
Аймара Рәхимова

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика