Баш ҡаланың 107-се лицейында 1 сентябрь тантанаһы яңы сафҡа ингән «Берҙәмлек» скверында үтте 01.09.2016

Бында мөғәллимдәргә, уҡыусылар һәм уларҙың ата-әсәләренә арналған стела урынлаштырылды.

Аҡ мәрмәрҙән эшләнгән китап аң-белемгә юлды һынландыра. Унан сығарылыш синыф уҡыусыларын символлаштырып аҡ күгәрсендәр осоп сыға. Уны асыу тантанаһына бар ғүмерен тиерлек балар уҡытыуға, киләсәк быуын тәрбиәләүгә биргән педагог-ветерандар саҡырылған. Стела иһә күләмле проекттың башы ғына. Киләсәктә скверҙа йондоҙҙар аллеяһы менән ГТО тапшырыу майҙансығы барлыҡҡа киләсәк.
Ғәҙәттә, белем көнөнә балалар тамаша ойошторһа, 107-се лицейҙа уҡытыусылар бүләк әҙерләгән. Мәктәп алдында бейеү флешмобы үтте. Шулай уҡ «Йөҙ изге эш» акцияһына старт бирелде. Республиканың йөҙ йыллығына йөҙ объект төҙөү ҡаралһа, уҡыусылар йөҙ изгелек ҡылырға тейеш. Улар концерттар менән балалар баҡсалары, дауаханалар, ҡарттар йорттарына йөрөйәсәк, ветерандарға ярҙам итәсәк.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика