Балаларҙа туған телгә ҡарата һөйөү тәрбиәләү, рухи байлыҡтарын үҫтереү - республиканың ғына түгел, ил ныҡлығы билдәһе 14.11.2016

Бөгөн Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты күренекле ғалимдарҙы, билдәле телсе, шағир, яҙыусы, педагог, йәмәғәтселәрҙе түңәрәк өҫтәлгә йыйҙы. Осрашыуҙың маҡсаты ла етди ине - һөйләшеү төп дөйөм белемде туған башҡорт телендә биреү проблемаһына арналды.

Әйтәйек, башланғыс синыфтарҙа күп дәреслектәр тик рус телендә генә уҡытыла. Быға бәйле, Зәйнәп Биишева исемендәге «Китап» нәшриәтенә киләһе уҡыу йылына тиклем 2-4-се синыфтар өсөн «Математика» һәм «Тирә-яҡ мөхит» дәреслектәренең тәржемәһен эшләп бөтөү һәм белем усаҡтарын ошо әсбаптар менән тәьмин итеү бурысы йөкмәтелде.  Уҡытыуҙы туған телдә алып барыуға тейешле шарттар тыуҙырыу маҡсатында олимпиада һәм башҡа контроль тикшереү эштәре материалдарының да тәржемәһен яһау мөмкинлектәре ҡаралды.
Түңәрәк өҫтәлдә шулай уҡ уҡытыусылар өсөн ойошторолған квалификацияны күтәреү курстарының сифатын яҡшыртыу, ата-әсәләр менән тығыҙ бәйләнештә эшләү мәсьәләләре лә күтәрелде. Киләһе йыл февралдә туған телдә уҡытыуҙың әһәмиәтен аңлатыу маҡсатында ата-әсәләр конференцияһы уҙғарыу бурысы ҡуйылды. Күләмле сараны Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты республиканың Мәғариф министрлығы менән берлектә ойошторосаҡ.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика