Бөгөн «Тамыр» телеканалының «Лит-ра» тапшырыуы асыҡ һауала үтте

Бөгөн «Тамыр» телеканалының «Лит-ра» тапшырыуы асыҡ һауала үтте 11.09.2015

Флешмобта Өфөнөң 35-се мәктәбе  уҡыусылары ҡатнашты. Асыҡ һауалағы дәрес  Салауат Юлаев майҙанында ойошторолдо.  Уҡытыусы сифатында  «Тамыр» телеканалы алып барыусылары һәм  яҙыусылар -  Зәки Әлибаев, Шәйехзада Бабич исемендәге йәштәр дәүләт премияһы лауреаты Игорь Савельев, Мариана Плотникова сығыш яһаны. Сара илебеҙҙәге  Әҙәбиәт йылы айҡанлы үтте.

Уҡыусыларҙың  әҙәбиәт буйынса белеме   тикшерелде.   Улар тиҙ генә  әйтелгән әҫәрҙең  авторын атарға, йә әле йәшәгән шағирҙарҙы белергә   тейеш ине.  Флешмобта ҡатнашыусыларҙың һәр  береһе үҙенең яртаҡан   китабын  алып килгән. Уны уҡыусылар бер-береһенә бүләк итте. Йәш быуынды  китап уҡыуға ылыҡтырыу, әҙәбиәткә һөйөү уятыуҙы  ошондай  үҙенсәлекле саралар аша еткереү отошло алымдарҙың береһе тип билдәләне уҡытыусылар.      

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика