Бөгөн республиканың төрлө төбәктәрендә һуңғы ҡыңғырауҙар сыңланы 25.05.2016

Күгәрсен районында быйыл  9-сы һәм11-се синыфты  534 уҡыусы тамамланы.

Сығарылыш уҡыусылары һаны буйынса район үҙәгенең 1-се мәктәбе менән Мораҡ башҡорт гимназияһы иң ҙур белем усаҡтары һанала. Быйылғы сығарылыш уҡыусылары үҙҙәренең уңыштары менән айырылып тора, ти уҡытыусылар. Улар мәктәптә генә түгел,  район һәм республика буйынса уҙғарылған конкурстарҙа, олимпиадаларҙа, спорт ярыштарында юғары һөҙөмтәләргә ирешкән. Күңелдәрҙе иретерлек  байрам - ҡыңғырау сыңы, һуңғы бала саҡ вальсы, ихлас теләктәр һәм изге хистәр менән үрелеп барҙы. Алда уҡыусыларҙы Берҙәм дәүләт имтихандары һәм оло юл көтөп ҡала.
Сибай ҡалаһында ла һуңғы ҡыңғырау 314 сығарылыш синыф уҡыусыһы өсөн яңғыраны. Мәктәпте тамамлаусыларҙың күпселеге ҡала гимназияһынада. Белдем усағында ун беренсе класты ғына 50 бала тамамлай. Уларҙың барыһы ла киләсәктең ныҡлы терәге. Байрам тантанаһында олимпиада, конкурс еңеүселәре, әүҙем һәм яҡшы өлгәшеүсе уҡыусыларҙы тәбрикләнеләр. Мәктәп кубогына биология буйынса бөтә Рәсәй олимпиадаһның өс тапҡыр призеры Аделия ШӘрипова лайыҡ тип табылды. Бер һүҙ менән әйткәндә быйылғы сығарылыш уҡыусылары мәктәп тарихында яҡты эҙ ҡалдырҙы, ти уҡытыусылар. Сибайҙа шулай уҡ сығарылыш синыф уҡыусылары парады һәм бейеү флеш мобы ойошторолдо. Өс йыл рәттән уҙғарылған сараға үҫмерҙәр теләп ҡушыла һәм быйыл да унда ҡатнашыусылар күп булды. Мәктәпте тамамлап оло юлға аяҡ баҫырға әҙерләнеүсе йәштәр хыял, яңы асыштар, яҡты киләсәк символы итеп һауаға ҡығыҙҙан самолеттар эшләп осорҙо.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика