Бөгөн республиканың күпселек мәктәптәрендә көҙгө каникулдар тамамланды 05.11.2015

Балалар өсөн иң ҡыҫҡа ял осоро ни бары 5 көн дауам итте. Ҡайһы бер уҡыусылар каникулдарҙа дәреслектәрҙән йырағыраҡ торорға тырышһа,  Баймаҡ лицей-интернатына йыйылған  балалар был осорҙо олимпиадаларға әҙерлек  үтте. Төбәктә Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты менән берлектә уҡыуҙар  ойошторолдо.  Унда тотош Урал аръяғынан 60 һәләтле бала ҡатнашты.

Хәйбулла, Әбйәлил, Баймаҡ һәм Йылайыр райондарынан килгән һәләтле уҡыусылар өсөн юғары уҡыу йорто  белгестәре дәрестәр ойоштора.   Балаларҙың   күбеһе теүәл фәндәр буйынса  уҙғарылған район һәм республика олимпиадалары  еңеүселәре. Белгестәр  фекеренсә, махсус курстар  балаларҙың артабанғы үҫешен камиллаштырыу өсөн форсат бирә.
Һәләтле уҡыусыларҙы ҙур олимпиадаларға әҙерләүҙән тыш, уларҙың  ялын файҙалы һәм күңелле итеп  ойоштороуға ла етди  иғтибар бүленде.  Балалар ҡыҙыҡлы кисәләрҙә, спорт ярыштарында ҡатнашты. Туйғансы бассейда йөҙҙө, ә кискеһен дискотекала күңел асты .
Уҡыуҙар   һуңында һәр уҡыусыға әҙерлек курстары үтеүе тураһында махсус сертификат тапшырылды.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика