Бөгөн республикала  Ватан тарихы буйынса беренсе  Бөтә Рәсәй  тест һорауҙарына яуап биреү акцияһы уҙҙы 19.12.2015

Дәүләт Думаһы ҡарамағындағы йәштәр парламентының «Көн һайын Рәсәй менән ғорурланам!» федераль проекты сиктәрендә ойошторолған яҙма эшкә илдең 70 төбәге ҡушылды. Тарихтан белемде тикшереү  Башҡортостандың юғары уҡыу йорттарында, урта махсус белем биреү учреждениеларында,  мәктәптәрҙә - бөтәһе 230- ҙан ашыу урында  ойошторолдо. Унда теләгән һәр кем ҡатнаша алды. Акцияға килеүселәр 45 минут эсендә  40 һорауға яуап бирҙе.

Тест яуаптары буйынса балдар һәр уҡыу йортоноң Интернет сайтында урынлаштырыласаҡ. Бынан тыш, эштәр сканерҙан үткәрелеп Мәскәүгә ебәрелә. Тарихты белмәй киләсәкте төҙөп булмай,  был акция  онотолғанды  иҫкә төшөрөү кәрәклеген йәнә бер тапҡыр иҫбатлаһа, ул мәктәп уҡыусылары өсөн Берҙәм дәүләт имтиханына әҙерлек булып та тора. Тест яҙыусылар патриотик рухта таралышты.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика