Бөгөн республика мәктәптәрендә һуңғы ҡыңғырау яңғыраны

Бөгөн республика мәктәптәрендә һуңғы ҡыңғырау яңғыраны 23.05.2015

Байрам саралары белем усаҡтарында тантаналы йыйылыш, класс сәғәттәре, концерт рәүешендә үтһә,  Өфөлә йола буйынса сығарылыш уҡыусылары өсөн «Яҙғы бал» байрамы ойошторолдо. Тантаналы сара Совет майҙанына биш меңдән ашыу уҡыусыны йыйҙы.

Яҙғы бал - бейеү байрамы. Меңәрләгән сығарылыш уҡыусылары колонна менән полонез ритмында Совет майҙанына ағыла.  
Сиртаки, бранль һәм мәктәп вальсы...Совет майҙаны бер мәлгә бейеү майҙанына әүерелде. Сара баш ҡалала дүртенсе тапҡыр уҙғарылһа ла, сығарылыш уҡыусылары өсөн был көн - үҙенсәлекле, иҫтәлекле булып ҡала.
Юлиә Шәрипова, М. Кәрим исемендәге 158-се башҡорт гимназияһы  уҡыусыһы:
«Миңә бик оҡшай, күңелем тулды. Иларлыҡ хәлдә. Мин бар экзамендарҙы ла тапшырырмын тип ышанам».
Гөлшат Сәмситова, Ф.Мостафина исемендәге өфөнөң 20-се башҡорт гимназияһы уҡыусыһы: «Бөгөнгө көн бик шәп инде. Әйтер һүҙҙәр ҙә юҡ инде.  Бик оҡшаны. Бөгөнгө көн хәтерҙә яҡшы ҡаласаҡ, сөнки ул иң яҡшы көн!»
Сығарылыш  уҡыусылары өсөн иң йылы, иң матур һүҙҙәр, теләктәр яңғырай. Уҡыусыларҙы оло тормошҡа баҫыуы менән республика башлығы Рөстәм Хәмитов та тәбрикләне.
Рөстәм Хәмитов, Башҡортостан республикаһы башлығы: «Вы станете нужными и важными людьми для нашего общества. Мы всегда рядом с вами мы хотим вам помочь. Настанет время когда вы будете нам помогать,
Когда вы станете основой людей, которые движут наш Башкортостан вперед. Помогают ему расти, создают новые ценности, строят новые предприятия. Вы креативные, умные. Вы симпатичные, вы наши самые дорогие, любимые дети, а сейчас уже взрослые ребята».
Шатлыҡлы ла, һағышлы ла мәлен кисергән йәштәрҙең һәр сығышы тамашаға йәм өҫтәне. Бейеүҙәрҙән һуң, уҡыусылар күккә тыныслыҡ символы - күгәрсендәр һәм меңләгән төрлө төҫтәге шарҙар осорҙо
Әлфис Ғаязов, Башҡортостандың мәғариф министры: «Уҡыусылар оло тормошҡа баҫа. Айырылыу һағыштары бала¬ларҙың йөҙҙәрендә лә сағыла. Улар бер береһе менән ҡосаҡлаша, ҡайһы берәүҙәренең күҙҙәренә йәштәр атыла».
Быйыл 28 меңдән ашыу уҡыусы өсөн һуңғы ҡыңғырау яңғыраны. Ә Яҙғы балда 5 меңдән ашыу сығарылыш уҡыусыһы ҡатнашты. Бөгөнгө көн улар өсөн ҡыуаныслы булһа ла, алда уҡыусыларҙы берҙәм дәүләт имтихандары көтә.
Берҙәм дәүләт имтихандары дүшәмбелә география һәм  әҙәбиәттән башланасаҡ. Уларҙы уңышлы тапшырып, теләгән уҡыу йортона инеүенә һәр уҡыусы ышана.  
Аймара Рәхимова

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика