Бөгөн Өфөлә «Йыл уҡытыусыһы -2015» республика  конкурсына йомғаҡ яһалды 04.04.2015

Республика район-ҡалаларын килгән мөғәллимдәр баш ҡала мәктәптәрендә асыҡ дәрес бирҙе. Бынан тыш, Башҡортостандың Мәғариф министры ҡатнашлығындағы түңәрәк өҫтәлдә ҡатнашты.  «Йыл уҡытыусыһы» бәйгеһе быйыл 25-се тапҡыр уҙғарыла. Маҡтаулы исемгә 59 педагог дәғүә итте. Быйыл уларҙың Интернет ресурстарын файҙаланып эшләүе лә, уҡыусыларҙың  фекере лә  иҫәпкә алынған.  Шулай ҙа иң-иңдәр араһынан еңеүсене һайлау ауыр булмаған. Тәжрибәһе, отҡорлоғо менән алдырған уҡытыусылар шунда уҡ иғтибарҙы йәлеп итте, ти баһалама комиссияһы ағзалары. Йыл уҡытыусыһы исеменә Өфөнөң 58-се лицейының математика уҡытыусыһы Рима Ронжина лайыҡ булды.

Рима Ронжина, «Йыл уҡытыусыһы-2015» конкурсы еңеүсеһе: «Минең  конкурста ҡатнашыуҙа район, ҡала кимәлендә тәжрибәм бар ине. Шул да ярҙам иткәндер. Класс сәғәтенең темалары  тәрән йөкмәткеле булды, таныш булмаған уҡыусылар  алдында   дәрес биреү, мастер кластар - бөтәһе лә юғары кимәлдә үтте тип әйтә алам. Кисә түңәрәк өҫтәлдә беҙ мәктәптең киләсәге, уҡытыусының ниндәй булырға тейешлеге хаҡында һөйләштек. Был еңеүҙе  ҙур еңеү тип ҡабул итәм».  
Сараны ябыу һәм бүләкләү тантанаһында рус теле һәм әҙәбиәте татар теле һәм әҙәбиәте буйынса үткәрелгән конкурстарға ла йомғаҡ яһалды.  Татар теле һәм әҙәбиәте буйынса  йыл уҡытыусыһы исеменә Өфөнөң 24-се мәктәбенән Зәбирә Риянова лайыҡ тип табылһа, рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары араһында еңеүсе исемен Хәйбулла районының  Аҡъяр 2-се урта мәктәбе уҡытыусыһы яуланы.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика