Бөгөн Өфөлә Республика инженер лицей-интернаты менән Мәскәү дәүләт университетының фәнни-уҡытыу үҙәге араһында хеҙмәттәшлек хаҡындағы меморандумға ҡул ҡуйылды

Бөгөн Өфөлә Республика инженер лицей-интернаты менән Мәскәү дәүләт университетының фәнни-уҡытыу үҙәге араһында хеҙмәттәшлек хаҡындағы меморандумға ҡул ҡуйылды 15.04.2017

Ломоносов исемендәге  Мәскәү дәүләт университеты эргәһендә һәләтле балалар өсөн физика-математика мәктәбе үткән быуаттың 60-сы йылдар башында асыла. Белем усағында бөтә Рәсәйҙән йыйылған балалар белем ала.

Мәктәп уға нигеҙ һалыусыларҙың береһе академик Колмогоровтың исемен йөрөтә. Ул Мәскәү дәүләт университетының фәнни-уҡытыу үҙәге  статусын да алған. Ошо йылдар эсендә данлыҡлы белем биреү усағын 8 меңдән ашыу уҡыусы тамамлай. Улар араһында бөтә донъяға билдәле ғалимдар бар. Бөгөн Колмогоров мәктәп-интернатының Рәсәйҙең дүрт төбәгендә филиалы бар.  Башҡортостан Хөкүмәте ҡарары нигеҙендә быйылдан беҙҙең республика ла был  уҡыу йорто менән хеҙмәттәшлекте  нығыта. Был һәләтле балаларҙы асыҡлау, үҫтереү маҡсатында эшләнелә.
Кирилл Семенов, М. Ломоносов исемендәге мәскәү дәүләт университетының махсуслашҡан фәнни-уҡытыу үҙәге директоры: «Колмогоров исемендәге мәктәп-интернатында уҡытыу  иң заманса методик алымдарға нигеҙләнеп алып барыла.  Белем биреүгә педагогтарҙан тыш  билдәле  фән эшмәкәрҙәре йәлеп ителә.  Конкурс-олимпиадаларҙа даими ҡатнашабыҙ.  Беҙҙә уҡыусылар төплө белем ала, үҙебеҙҙең сығарылыш уҡыусылары менән лайыҡлы ғорурланабыҙ.  Иң төп маҡсатыбыҙ  һәләтле балаларға яңы бейеклектәргә юл асыу».
Меморандумға ярашлы, быйыл Республика инженер лицей-интернаты базаһында 7-се синыфҡа   махсус  синыфтар тупланасаҡ. Эшмәкәрлек Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетының  математика академияһы ярҙамында алып барыла.  Киләсәктә Колмогоров исемендәге мәктәп-интернат уҡыусылары менән алмашыу, тәжрибә уртаҡлашыу ҡаралған. Сөнки ике уҡыу йортоноң да белем биреү системаһында оҡшаш сифаттар күп. Республика инженер-лицей интернатында ла Башҡортостандың төрлө төбәктәренән йыйылған һәләтле балалар уҡый.

Загрузка видео...
Комментарии
Загрузка

Возврат к списку


Яндекс.Метрика