Бөгөн Өфөлә иң яҡшы уҡытыусылар бүләкләнде

 Бөгөн Өфөлә иң яҡшы уҡытыусылар бүләкләнде 02.10.2014

Быйыл  абруйлы исемгә 110 уҡытыусы лайыҡ булған. Уларға 40 мең һумдан 200 мең һумға тиклем аҡсалата премия һәм Маҡтау ҡағыҙҙары тапшырылды/

Тантанаға республика ҡала-райондарынан алдынғы уҡытыусылар саҡырылды. Аҡсалата премия һөнәри оҫталығы, уҡытыу методикаһы, синыфтан тыш эштәре буйынса һынау тотоусы педагогтарға 2006 йылдан бирелә.

Илле уҡытыусы иң яҡшы башҡорт һәм рус телдәре уҡытыусыһы конкурсы еңеүсеһе тип табылған. Уларға Башҡортостан Мәғариф министрлығының Маҡтау ҡағыҙы менән 50 мең һумлыҡ премия, ә Рәсәй кимәлендәге конкурста еңеүселәргә 200 мең һумлыҡ премия тапшырылды. Бынан тыш, 25 йәш белгес Башҡортостан Президенты гранты менән баһаланды. Әммә тантанала ҡатнашыусылар билдәләүенсә, улар өсөн еңеүҙән бигерәк уҡыусыларының белеме ҡәҙерле.


Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку