Бөгөн дүртенсе синыф уҡыусылары рус теленән һынау тотто

Бөгөн дүртенсе синыф уҡыусылары рус теленән һынау тотто 03.12.2015

Тикшереүҙә Рәсәйҙең 21 меңгә яҡын мәктәбе, шул иҫәптән Башҡортостандан 156 белем усағы ҡатнашты. Уларҙа туғыҙ меңдән ашыу уҡыусы белемен һынаны. Өфөнөң Киров районында һынау 5-се лицейҙа ойошторолдо.

Бөтә Рәсәй тикшереү эше 1 декабрҙә старт алғайны. Был көндө дүртенсе синыф уҡыусылары рус теленән диктант яҙҙы, бөгөн икенсе этапта улар ошо уҡ фәндән белемен һынап ҡараны. Уҡытыусылар әйтеүенсә, тикшереүгә махсус рәүештә  бер ниндәй ҙә әҙерлек алып барылмаған. Сөнки һорауҙар билдәле булмаған. Улар Берҙәм дәүләт имтиханындағы кеүек һынау алдынан ғына килтерелгән.  
Әлбиттә, башланғыс синыфта уҡ белемде тикшереүҙе  уҡыусылар ҙа,  ата-әсәләр ҙә ауыр кисерә. Әммә хәүефләнергә урын юҡ, ти белгестәр. Сөнки был Мәғариф һәм фән өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәт төҙөгән ябай контроль эш. Ул федераль стандарттарға ярашлы, мәктәптәге уҡытыу торошо менән баланың белем кимәлен асыҡларға ярҙам  итә. Һуңынан инде уның һөҙөмтәһе буйынса етешһеҙлектәрҙе бөтөрөргә мөмкинлек тыуасаҡ.
Тикшереү һөҙөмтәләре ике аҙна эсендә иғлан ителәсәк. Шулай уҡ дүртенсе синыф уҡыусыларын киләһе аҙна тағы ла бер һынау көтә. 8 декабрҙә улар математиканан белемен күрһәтәсәк. Ә инде  уҡыу йылы һөҙөмтәләре буйынса  киләһе йылдарҙа башҡа синыфтар өсөн дә ошонда уҡ тикшереүҙәр үткәреү ҡарала.
Бөтә Рәсәй тикшереү эше бөгөн Өфөнөң тиҫтәнән ашыу мәктәбендә ойошторолдо. Әммә быйылғы уҡыу йылы аҙағында дүртенсе синыфта уҡыусы барлыҡ балалар ҙа үҙ белемдәрен һынап ҡараясаҡ.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика