Бөгөн Башҡортостандың Милли музейында «Әҙәби бала саҡ» акцияһына йомғаҡ яһалды 01.09.2015

Алдан хәбәр итеүебеҙсә,  музей хеҙмәткәрҙәре ярты йыл дауамында ХХ быуатта нәшер ителгән балалар өсөн китаптар, китап уҡыусы балалар төшөрөлгән фотоһүрәттәр ҡабул итте.  

Музейҙа 1940-1980 йылдарҙағы балалар әҙәбиәтенең уҡыу залы асылды. Бында килгән һәр кем бала саҡта ата-әсәһенең, олатай-өләсәйҙәренең ниндәй китап яратҡанлығын белә, шиғырҙар һәм әкиәттәр, мажаралы һәм тарихи әҫәрҙәр уҡый алды. Тәҡдим ителгән йыйынтыҡтарҙың барыһын да музейға Өфө халҡы бүләк иткән.  Шулай уҡ ҡунаҡтар 1960-1980 йылдарҙа белем алған уҡыусыларҙың мәктәп кәрәк-яраҡтарын күрҙе, ХХ быуат уртаһындағы әлифбалар һәм дәреслектәр менән танышты.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика