Бөгөн Башҡортостан ғалимдары  иҡтисади көрсөк шарттарында  фәнде үҫтереү юлдарын барланы 02.02.2015

Түңәрәк өҫтәлдә шулай уҡ  Рәсәй Президентыны фәнни потенциалды күтәреү буйынса ҡуйған бурыстары ҡаралды.

Башҡортостан ғалимдары төрлө тармаҡтарҙа ғилми эҙләнеүҙәр алып бара,  сәнәғәт, медицина, ауыл  хужалығы һәм башҡа өлкәләрҙә  үҙенсәлекле фәнни асыштар  яһалған. Әммә уларҙы ғәмәлдә  ҡулланыу өҫтөндә эшләргә кәрәк, бының өсөн предприятиелар менән хеҙмәттәшлекте нығытыу  мөһим. Сөнки иҡтисади көрсөк мәлендә тап үҙебеҙҙә етештерелгән продукцияны  файҙаланыу көн талабы булып тора.  Түңәрәк өҫтәлдә кадрҙар мәсьәләһе лә ҡаралды.  Ғалимдар әйтеүенсә, был тәңгәлдә алға  китеш бар. Башҡортостан быйылдан Краснояр крайы һәм Ростов өлкәһе менән бер рәттән  «Фән фестивален» үткәреү урыны итеп  һайланған.
Мәғлүм булыуынса, 8 февраль Рәсәй фәне көнө, был дата 1999-сы йылдан алып Рәсәй Президенты Указына ярашлы билдәләнә . Фән көнөндә Башҡортостан юлдаш телевидениеһында   республика ғалимдарының  ғилми эҙләнеүҙәренә, үҙенсәлекле  асыштарына арналған  тапшырыуҙар эфирға сығасаҡ.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика