Бөгөн Ҡасим Дәүләткилдиев исемендәге республика һынлы сәнғәт гимназия- интернатының 55 йыллыҡ юбилейын билдәләне 04.02.2017

1961 йылда күп балалы һәм аҙ тәьмин ителгән ғаиләләрҙә тәрбиәләнгән, етем балаларға ярҙам итеү ниәтенән асылған һигеҙ йыллыҡ 4-се мәктәп-интернат 1965 йылда БАССР Министрҙар Советы ҡарары менән Республика урта һынлы сәнғәт мәктәп-интернаты итеп үҙгәртелә.

Ошо уҡыу йорто нигеҙендә 1994 йылда Республика һынлы сәнғәт гимназия-интернаты булдырыла һәм Ҡасим Асҡар улы Дәүләткилдиев исеме бирелә. Әлеге көндә Республика һынлы сәнғәт гимназия-интернаты төп һәм өҫтәмә белем биреүҙе берләштергән уҡыу йорто.  Һынлы сәнғәт нигеҙҙәрен дәрестәрҙә тәрәнәйтеп өйрәтеүҙән тыш, өҫтәмә рәүештә һүрәт, рәсем сәнғәте, композиция, скульптура, материалдарҙы художестволы эшкәртеү, һынлы сәнғәт тарихы, компьютер графикаһы буйынса белем бирелә.

55 йыллыҡ юбилейы айҡанлы гимназияға уны төрлө йылдарҙа  тамамлаған уҡыусылары  йыйылды. Улар бөгөн республика сәнғәте өлкәһендә генә түгел,  төрлө тармаҡтарҙа юғары уңыштарға ирешкән шәхестәр.   Рәссамдар Фәйзрахман Исмәғилев, Хатип Фазылов, Валерий Мельников, архитекторҙар  Рәмзит Мәсҡүлов, Илдар Ғабдуллин һәм башҡа  киң билдәле шәхестәр тап ошо белем усағында ҡанаттарын нығытҡан.  

Загрузка видео...
Комментарии
Загрузка

Возврат к списку


Яндекс.Метрика