Аутсорсинг менән туҡланыуҙың тәүге һөҙөмтәләреме, әллә башҡа сәбәпме?

Аутсорсинг менән туҡланыуҙың  тәүге һөҙөмтәләреме, әллә башҡа сәбәпме? 25.04.2017

Өфөләге 248-се балалар баҡсаһындағы тәфтиш комитеты менән Рәсәй ҡулланыусылар күҙәтеү идаралығы, эпидемиология станцияһы тикшереү үткәрә. Уҙған йома мәктәпкәсә учреждениеның тиҫтәнән ашыу тәрбиәләнеүсеһе  үҙен насар тойған,  балаларҙа аҙыҡ менән ағыуланыу билдәләре күҙәтелгән.  Башҡортостан юлдаш телеканалы һорауы буйынса  «Һынауҙар үҙәге» дәүләт ҡаҙнаһы  учреждениеһы  ла балалар баҡсаһындағы аҙыҡҡа лаборатор анализдар эшләй. Бөгөн пробалар алынды.

Уҙған йома Өфөнөң 248-се  балалар баҡсаһы тәрбиәләнеүселәре киске аштан һуң үҙен насар тоя башлай. Ундан ашыу балаға ашығыс ярҙам талап ителә. Дияна Ғөбәйеваның 4 һәм 6 йәштәге улы менән ҡыҙы эс ауыртыуына зарлана, ҡоҫа башлай. Шәмбе балаларҙың температураһы  күтәрелә, эсе китә.
Дияна Ғөбәйева: «Хәлдәре ауырлашҡас, ашығыс ярҙам саҡырырға тура килде. Иртәгәһенә полкилиниканан табип килде. Анализ алдылар, һөҙөмтәләре биш көндән әҙер була, тинеләр».
Балалар баҡсаһында ул көндө 152 бала булған, уларҙың тиҫтәнән ашыуында ағыуланыу билдәләре күҙәтелгән. Был хәлдән һуң сабыйҙар өйҙә, ата-әсәләре  дауаханаға ятыуҙан баш тартҡан.
Әле тейешле органдар был хәлдең сәбәптәрен асыҡлай. Рәсәй ҡулланыусылар хоҡуғын күҙәтеү идаралығы менән эпидемиологтар анализдар алған, һығымталар  аҙна аҙағына әҙер буласаҡ. Башҡортостан юлдаш телеканалы ла үҙ тикшереүен үткәрергә ҡарар итте. «Һынауҙар үҙәге» дәүләт ҡаҙнаһы  учреждениеһы менән берлектә балалар баҡсаһындағы аҙыҡҡа лаборатор анализдар эшләнәсәк.
Быйыл апрелдә мәктәпкәсә учреждениелар аутсорсинг буйынса туҡланыуға күсерелде. Сер түгел, тәү ҡарашҡа, ят һүҙ менән билдәләнгән система үҙенсәлектәрен  күптәр әле һаман аңлап бөтә алмай.  Ә ата-әсәләр 248-се балалар баҡсаһындағы  хәлде тап ошо үҙгәреш һөҙөмтәһе тип ҡарай. Сөнки учреждениела быға тиклем аҙыҡтан ағыуланыу күҙәтелмәгән.
Дияна Ершова: «Туҡланыуҙары  насарайҙы. Элек бала иртән балалар баҡсаһында ашай ине. Хәҙер иртәнсәк өйҙә ҡапҡыларға тырыша,  сөнки хәҙер тәмһеҙ, ти».
Баҡса мөдире әйтеүенсә, киреһенсә, хәҙер туҡланыу төрләндерелгән.   Йома  сабыйҙар  минтай балығынан һурпа, туҡмас һәм арыш икмәге, картуф, бауырҙан ҡоймаҡ ашаған,  һут эскән.  
Елена Петрова, Өфөнөң 248-се балалар баҡсаһы мөдире: «Аутсорсингка күсерелгәс, яҡшыраҡ. Тәрбиәләнеүселәргә  беренсе, икенсе аш тәҡдим ителә һәм улар теләгәнен һайлап алыу мөмкинлегенә эйә. Балалар ҡәнәғәт».
Аутсорсинг буйынса Өфөләге балалар баҡсаларын өс комбинат хеҙмәтләндерә. 248-се балалар баҡсаһы Батыр урамында урынлашҡан «Диетик ризыҡ һәм балалар ризығы үҙәге» ҡарамағында. Үҙәктә мәктәпкәсә учреждениеларға ярымфабрикаттар  етештерелә.
Кәтлиттәр туңдырылып һыуытҡыста һаҡлана. Мәктәпкәсә учреждениеларға үҙәк ярымфабрикаттарҙы үҙҙәре  эшләп оҙата. Ә  һөт, икмәк һәм башҡа продукцияны тәьмин итеүселәр балалар  баҡсаларына элеккесә, тура килтерә. Тик айырма шунда, быға тиклем килешеүҙе баҡса мөдирҙәре төҙөһә, хәҙер туҡландырыу комбинаттары. Белдереүҙәренсә, баш ҡалалағы бөтә мәктәпкәсә учреждениеларҙа ла аш урында бешерелә. Ситтә бешерелгәнде ташыу юҡ. Үҙәк хеҙмәткәрҙәре әйтеүенсә, сабыйҙарҙы туҡландырыу өсөн натураль продукция ғына алына. Улай булғас, ни өсөн сабыйҙарҙа аҙыҡ менән ағыуланыуға оҡшаш билдәләр күҙәтелгән? Яуап бөтә анализдар һөҙөмтәһенән һуң мәғлүм буласаҡ.


Загрузка видео...
Комментарии
Загрузка

Возврат к списку


Яндекс.Метрика