Алдан хәбәр ителеүенсә, 25 декабрҙә Башҡортостандан бер төркөм уҡыусылар махсус рейс менән Мәскәүҙең Кремль һарайында үтәсәк Яңы йыл шыршыһына юллана

Алдан хәбәр ителеүенсә, 25 декабрҙә Башҡортостандан  бер төркөм уҡыусылар  махсус рейс менән Мәскәүҙең Кремль һарайында үтәсәк Яңы йыл шыршыһына юллана 20.12.2016

Баш ҡаланы күреү бәхете йылмайған 114 уҡыусы араһында Баймаҡ  районының  Ҡуянтау  мәктәбендә   белем алыусы Урал Ҡаҙаҡҡолов та бар.

Урал   бар яҡлап та һәләтле уҡыусы -  тик яҡшы билдәләргә генә өлгәшә, йырлай ҙа, бейей ҙә, спорт  ярыштарынан да ситтә ҡалмай.  Ул  район һәм  республика  кимәлендәге  ҡаҙаныштары өсөн   Мәскәүҙә үтәсәк   Кремль шыршыһында ҡатнашыу хоҡуғын  ала ла инде.  Мәскәү ҡалаһын күреү Уралдың баласаҡ хыялы. Шуға күрә,ул шыршы байрамын  түҙемһеҙлек менән көтә.  Сараға  күптән әҙерләнеп тә бөткән инде.  
Үҫмерҙең һәр сәғәте ҡәҙерле, төшкә тиклем дәрестәр, төштән һуң иһә төрлө түңәрәктәрҙә шөғөлләнеү. Урал бигерәк тә  тарих һәм йәмғиәтте өйрәнеү кеүек фәндәрҙе үҙ итә.  Киләсәктә лә ул  адвокат  һөнәрен   һайламаҡсы.    
Кремль шыршыһына эләгеү һәр кемгә лә тәтемәй. Бындай мөмкинлек  уҡыусының уҡыу дәүерендәге хеҙмәт емеше лә  инде. Илдең төп шыршы байрамы  уттарының балҡышы  Уралдың хәтерендә оҙаҡ уйылып ҡалыр һәм  артабанғы уңыштарға дәрт-дарман бирер,тигән ышаныстабыҙ. Кремль шыршыһына ул 25  декабрь көнө юлланасаҡ.

Загрузка видео...
Комментарии
Загрузка

Возврат к списку


Яндекс.Метрика