1 ноябрҙә география буйынса үтәсәк Бөтә Рәсәй диктантына Башҡортостан да ҡушыла

1 ноябрҙә география буйынса үтәсәк Бөтә Рәсәй диктантына Башҡортостан да ҡушыла 28.10.2015

Күләмле сара Рәсәй Президенты Владимир Путин башланғысы менән ойошторола.

Өфөлә диктант Башҡорт дәүләт һәм Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге педагогия университеттарында уҙа. Темаһы – «Минең илем – Рәсәй». Текст өс өлөшкә бүленгән. Тәүгеһе география терминдарына арналған, икенсеһендә ҡатнашыусы теге йәки был географик объекттың картала ҡайҙа урынлашыуын күрһәтергә тейеш. Һуңғыһында текстағы өҙөк буйынса ниндәй урын тураһында һүҙ барғанын аңлатырға кәрәк. Диктант көндөҙгө сәғәт 12-лә башлана. Яҙма эштә интернет аша ла ҡатнашып була. Ул бер сәғәткә һуңыраҡ башланыр тип көтөлә.

Загрузка видео...
Комментарии
Загрузка

Возврат к списку


Яндекс.Метрика