Һүҙҙә генә түгел, эш миҫалында 23.01.2016

Салауат районының Лағыр ауылы мәктәбе уҡытыу программаһын тап  ошо нигеҙҙә ойошторған. Уҡыусылар йәне теләгән түңәрәктә шөғөлләнә. Улар барыһы ла башҡорт халҡының милли үҙенсәлектәрен һыйҙырған

Малайҙар умарта рамдарына балауыҙ урынлаштырыуҙы үҙләштерә. Хеҙмәт дәресендә боронғо кәсеп нескәлектәренә өйрәтеү Лағыр ауылы мәктәбендә өс йыл элек башлана. Былар барыһы ла Башҡортостандың төньяҡ-көнсығыш төбәген үҫтереү комплекслы программаһы ярҙамында тормошҡа ашырыла. Проект сиктәрендә Салауат районынан тик бер лағырҙар ғына тиҫтәләп умарта күсен алыуға өлгәшә. Йәйгеһен уҡыусылар умарталыҡта, ҡышҡыһын яңы умарта һәм уның рамдарын эшләү менән мәшғүл.
Тәрбиәнең бәләкәйҙән һалыныуын лағырҙар яҡшы белә. Быны улар һүҙҙә генә түгел, ә эш миҫалында иҫбатлай. Ауыл мәктәбендә белем алған 120 уҡыусы теләгән шөғөлө  менән мауыға ала.
Ҡыҙҙарға хас саялыҡ, зиһен ныҡлығын тәрбиәләүсе уҡтан атыу түңәрәге. Мәктәп уҡыусылары онотолоп ҡалған халыҡ кәсебен тергеҙеүҙе бурысы һанай, шуға ла улар милли кейемдәрҙә шөғөлләнергә тырыша. Ә инде ҡыҙҙарҙың тап ошо түңәрәккә йөрөргә тырышыуына аптырайһы түгел, сөнки...
Һәр спорт төрөнөң үҙенә генә хас ҡағиҙәһе була тигәндәй, уҡтан атыуҙың да үҙ талаптары бар. Йәйәне тартып атыр алдынан ҡулдарҙы дөрөҫ ҡуйыу мөһим. Бер нимә уйламайса атҡанда ғына сәпкә тейҙерергә була.
Ә был Лағыр ауылы мәктәбе уҡыусыларының фольклор түңәрәге. Балалар йыр-бейеүҙән тыш, ҡумыҙ сиртергә лә өйрәнә. Башҡорт теле һәм әҙәбиәте дәресе уҡытыусыһы Тәғзимә Ғәйнанова етәкләгән түңәрәккә балалар шулай уҡ, теләп йөрөй.
Әлбиттә, тырышлыҡ балаларҙа ғына түгел, ә уҡытыусылар коллективынан да тора. Мәҫәлән, 39 йыл ғүмерен балалар уҡытыуға арнаған Башҡортостандың мәғариф отличнигы Земфира Әхтәрова республикаға бик күп сәнғәт вәкилдәрен тәрбиәләгән. Ул әле лә ҡулынан баянын  төшөрмәй, төбәктә уҙғарылған барлыҡ сараларға ла махсус саҡырыла.
Ә был түңәрәк Салауат районының ғорурлығы. Төбәктең исемен есеменә тап килтерерҙәй батырҙар тәрбиәләү бында элек-электән һаҡлана. Шуға ла келәм батырҙары спортта һынатмай, хәрби хеҙмәткә тулыһынса әҙерлекле булып бара. Ун бер йыл эсендә лағырҙар мәктәп программаһын тулыһынса үҙләштереп кенә ҡалмай, башҡорт мәҙәниәтен төплө өйрәнә.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика