Әҙәбиәт донъяһында уңышлы ижад итеүсе йыл асышы -  Гүзәл Яхина Башҡортостанға килде 03.12.2016

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығында «Зөләйха күҙҙәрен аса» романының авторы менән мабуғат конференцияһы үтте.

Ҡазан ҡалаһында тыуып-үҫкән, әлеге ваҡытта Мәскәүҙә йәшәүсе Гүзәл Яхина милли теманы яҡшы белә, үҙ халҡын ярата, башҡа милләттәргә оло хөрмәт менән ижад итә. Автор үҙе лә уҡыусылары менән осрашыуҙарҙа һәр ваҡыт «Ысын әҙәбиәт - йөрәккә үтеп инергә тейеш» тип ҡабатларға ярата. «Ҙур китап» һәм «Ясная поляна» милли әҙәби премиялар  лауреаты Гүзәл Яхинаның романы әрнеүле бәхет хаҡында. Зөләйха себергә эләгеп мөхәббәтен осрата, үҙенә дуҫ-иштәр таба, әсәлек бәхетен татый.
Гүзәл Яхина, «Зөләйха күҙҙәрен аса» романы авторы: «Был әҫәрҙе яҡындарымдың мемуарҙарына таянып ижад иттем. Роман донъяның егерме теленә тәржемә ителде. Әлеге ваҡытта Өфөлә талантлы режиссер Айрат Абушахманов уны сәхнәләштерергә  йыйына».  
Китапҡа инеш һүҙ яҙыусы Людмила Улицкая Гүзәл Яхинаның романын юғары баһалай. Йәш яҙыусыны Фазыл Искәндәр,Олжан Сөләймәнов, Анатолий Ким , Юрий Рытхэу ,Сыңғыҙ Айытматов кеүек арҙаҡлы яҙыусылар менән бер рәткә ҡуя.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика