28.09.2014

Аҙна яңылыҡтары 28.09.2014


- Был аҙнала Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай йортонда Рөстәм Хәмитовтың Башҡортостан Президенты вазифаһын үтәй башлауына арналған тантана үтте. Инаугурацияла Рәсәй Президентының Волга буйы федераль округындағы тулы хоҡуҡлы вәкиле урынбаҫары Алексей Сухов, министрлыҡ, ведомство вәкилдәре, ҡала һәм район хакимиәттәре башлыҡтары, дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәрҙәре ҡатнашты.
- Магазинға депутаттар килде. Дәүләт Йыйылыш - Ҡоролтайҙың һуңғы ике саҡырылышында аҙыҡ-түлек һәм тауарҙарҙы тикшереү буйынса эшсе төркөм эшләй.
- Трактор эҙҙәре ҡайҙа илтә?
Мәләүез халҡы тарихи ҡомартҡы һаналған боронғо тракторҙы эҙләй.
- Был аҙнала «Башнефть» компанияһы яғыулыҡҡа йәнә хаҡ күтәрҙе. «Регуляр Евро-92» маркаһының бер литры 31 һум 30 тин, «Премиум Евро-95» бензины 34 һум 80 тин тора. 
- Баш ҡалала тирә-яҡты таҙартыу буйынса өмә үтте.
Санитар таҙалыҡ айлығы сиктәрендә ойошторолған экологик акцияла тәбиғәт торошона битараф булмаусылар, төрлө предприятие, ойошма хеҙмәткәрҙәре, студенттар ҡатнашты.
- «Башҡортостан» дәүләт телерадиокомпанияһының «Юлдаш» һәм «Спутник ФМ» радиостанциялары тыуған көнөн билдәләне.
Иҫтәлекле дата уңайынан уларҙы коллегалары, дуҫтары, хаҡлы ялға сыҡҡан тармаҡ ветерандары тәбрикләне.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку