26.10.2014

Аҙна яңылыҡтары 26.10.2014

- Һаулыҡ һаҡлау министрлығы бюджет иҫәбенә уҡыған студенттарҙы эшкә юллама менән ебәреү системаһын кире ҡайтарыуҙы һорай. Советтар Союзы заманындағы алым төпкөлдәрҙә кадрҙар етешмәү мәсьәләһен хәл итер, тигән фекерҙә ведомство белгестәре. 
- Кем әйтә ул ауылда күңелһеҙ тип? Яҡшылыҡты тормоштан көтөп ятһаң, әлбиттә, күңелһеҙ, ә бына тормошоңдо үҙең яҡшыртһаң, ауылда ла ҡаласа йәшәп була. Быны Күгәрсен районы Йомағужа ауылы халҡы иҫбатлай. 
- Хаҡтар артты, әммә сифат кирегә тәгәрәй. Һуңғы арала балалары мәктәптә туҡланған ата-әсәләрҙән бындай һүҙҙәрҙе йыш ишетергә тура килә. 
- Күмертау ҡалаһында полиция хеҙмәткәрҙәре үҙенсәлекле енәйәт ҡылыусыларҙы ҡулға алды. Компьютер техникаһы магазинында аҡса ваҡлатырға теләүсе сит ил граждандары һатыусыларҙа шик тыуҙыра. 
- Илебеҙгә мәңгелек ҡыш килде. Дөрөҫ, миҙгелдәр алмашынасаҡ, әммә ни бары үҙебеҙ бынан ары ҡышҡы ваҡыт менән йәшәйәсәкбеҙ. Бөгөн төндә сәғәт телдәре бер сәғәткә артҡа күсерелде.
- Өфөлә үткән энергетика форумында Өфө дәүләт авиация техник университеты студенттары электр сымдарын боҙлауыҡтан һаҡлау технологияһын күрһәтте. Ул Хәйбулла районында ҡулланыла башлаған да инде. 
- Төҙөлөш өсөн ҡулланылған ҡаҙылма байлыҡтарын рөхсәтһеҙ сығарыусыларға яза ҡатылана. Депутаттар закон боҙоусыларҙың техникаһын тартып алыу һәм енәйәт эше ҡуҙғатырға тәҡдим итә. 
- Белорет ҡалаһындағы тикшереү изоляторында кондитер ризыҡтары эсенә йәшерелгән наркотик матдәләр табылды. Оператив-эҙләү саралары барышында хоҡуҡ һағында тороусылар 38 йәшлек хөкөм ителеүсегә тәғәйенләнгән посылканы тикшерҙе. 
- Башҡортостан таможняһы хеҙмәткәрҙәре Башҡорт дәүләт университетының биология факультетына алты крокодил ҡарасҡыһын тапшырҙы. Экзотик хайуандар таможня сигендә тартып алынған. 
- Тағы бер башҡорт егете Олимп тауына күтәрелде. Айнур Шәйбәков Төркиәлә үткән халыҡ-ара шашка буйынса шәхси команда беренселегендә тарихи еңеүгә өлгәште. 
- Йөҙ йылдан һуң башҡорт халҡының баһаланмаҫ байлығы кире Тыуған иленә ҡайтарылды. Башҡортостан халҡы Берлин һәм Вена архивтарында һаҡланған рухи хазина өлгөләрен ишетә аласаҡ.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку